-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
13 Июль , 14:40

Бесәй балаһы һәм... губернатор Тупойкин. Сөләймән Латипов

– Мияу!..Машиналар менән гөрләп торған урам тротуарынан яй ғына атлап барған Мәҡсүт ағай был тауышты ишеткәс, ағас барактар яғына боролдо. Барактарҙы ышыҡлаған ҡойма буйлап уға табан бесәй балаһы сабып килә ине. Мәҡсүт ағай ни уйларға ла өлгөрмәне, ҡойроғон һауаға сөйгән йән эйәһе уның эргәһенә килеп еткәс, аяҡ араһына инеп тә китте.

Бесәй балаһы һәм... губернатор Тупойкин.  Сөләймән Латипов
Бесәй балаһы һәм... губернатор Тупойкин. Сөләймән Латипов
 
 
– Кит!.. – Мәҡсүт ағай салбар балағына һырылған бесәй балаһын ҡыуа башланы. – Кыш!..
 
Бәләкәс моронона өс бөртөк сығарған төймә күҙ ҡыуыуҙы аңламаны, киреһенсә, алыҫтағы трактор тырылдауына оҡшаған тауыш сығарып мырылдарға тотондо.
 
“Хужаһы бармы икән?.. – Мәҡсүт ағай барактар яғына ҡараны. – Күптән бесәй алырға йыйына инем... Бигерәк матур ҙа ул. Әллә... береһе лә күрмәгән саҡта алайым да ҡуяйыммы?..”
 
Мәҡсүт ағай алан-йолан ҡаранды. Унан ҡапыл эйелде лә, бесәй балаһын усына алғас, йылы ҡуйынына тыҡты һәм... шәп-шәп аҙымдар менән светофор яғына йүнәлде.
 
– “Тиҙерәк урам аша сығырға кәрәк, – тине эсенән. – Теге яҡҡа сыҡҡас, “бесәй балаһы минеке” тип береһе лә бәйләнә алмаясаҡ... Бала-саға ла ҡыуанасаҡ...”
 
 
 

***

 
Губернатор Тупойкин мобильнигынан һөйләшеп бөткәс ярҙамсыһына аҡырып ебәрҙе.
 
– Ниңә һаман минең рейтинг түбән? Ниңә бер нәмә лә эшләмәйһең? Ни өсөн тотам һине?!.
 
– Владимир Валдемирович, ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләнем: радио, телевидение – көн дә һеҙҙе һөйләй, гәзиттәр маҡтап яҙа...
 
– “Яҙа!..” Улай булғас, ниңә минең урынбаҫарым Мандельштейндың рейтингы күтәрелә?
 
– Һуң, уға Кобзон йырлап китте. Ә банкир Айденман аҡса бирә.
 
– Нимә, беҙҙең аҡса әҙме – целый нефтяной компания эшләй!
 
– Һуң...
 
– Шуны аңла, аңра: һайлауҙарҙа Мандельштейн еңһә, икебеҙҙе лә йә сүплеккә ырғытасаҡтар йә төрмәгә – ул саҡта прощай коммунизм!
 
– Аңлайым...
 
– Аңламайһың шул! Аңлаһаң, рейтингымды күтәрер өсөн берәй нәмә уйлап сығарыр инең! – Тупойкин асыуынан “Тойота”һының тәгәрмәсенә типте.
 
Ярҙамсыһы өтәләнеп машина ишеген асты.
 
– Алдағы “Мерседес”ҡа ултыр – күрәһем дә килмәй һине! – Тупойкин “Тойота” эсенә инеп йәйелде.
 
– Ярҙамсыһы губернаторҙы оҙатыусы машиналар төркөмө араһында алда барған “Мерседес”ҡа йүнәлде.
 
“Ҡала туңып ултыра, бөтә ерҙә мафия, наркомания. Пенсия үҙ ваҡытында түләнмәй. Йәштәргә эш юҡ... Рейтинг кәрәк уға. Рейтинг булһын өсөн әҙерәк ҡыл ҡыбырлатырға кәрәк. Ә ул сит илдән ҡайтып инмәй. Швейцария банкына күпме аҡса күсерҙе, балаларын унда йәшәргә оҙатты. Һайлау ваҡыты етһә генә халыҡ иҫенә төшә...” – шулай уйланып барған Тупойкиндың ярҙамсыһы асыуланып алда маяҡтарын балҡытып барған милиция машинаһына ҡараны. Унан ҡарашын ҡыҙыл лампочка яндырырға ниәтләгән светофорға күсерҙе.
 
Шул саҡ алан-йолан ҡаранған һәм уң ҡулын ҡуйынына тыҡҡан ир кеше күҙенә салынды. Ул шунда уҡ хәүефһеҙлек кнопкаһына баҫты һәм алда барған һаҡсылар машинаһына радиорация аша ҡысҡырып ебәрҙе.
 
– Губернаторға покушение!..
 
Алда килгән милиция машинаһы “Бр-рп!..” тип сигналын тоҡандырҙы. Быны ишеткән һаҡсылар машинаһының икеһе алға уҡталды, өсөнсөһө губернатор ултырған “Тойота” эргәһенә ашыҡты.
 
– Ҡайҙа киллер?!. – һаҡсылар башлығы радиорация аша Тупойкиндың ярҙамсыһына өндәште.
 
– Аңралар! Ана, светофор эргәһендә – кеҫәһенә ҡулын тыҡҡан!
 
– Күрҙек!..
 
Ашығып килгән “Мерседес” киҫешкән урамға барып сыҡты һәм “БМВ”ға барып менде. “БМВ” артынан килгән “Волга” быларға төкөмәйем тип, ҡаршы яҡҡа сыҡты һәм йөҙгә-йөҙ “Камаз”ға сәпәлде. “Камаз” үҙ сиратында икенсе автомобилдәр өҫтө буйлап китте. “Дарх-дорх!..” машиналар бер-бер артлы төкөшә башланы...
 
Ә ул мәлдә һаҡсылар ултырған икенсе “Мерседес” тормоздарын һыҙғыртып светофор эргәһенә килеп туҡтаны һәм ҡулын ҡуйынына тығып алан-йолан ҡаранған Мәҡсүт ағайға ташланды. Пистолет тотоп үҙенә табан йүгергән кешеләрҙе күргәс, Мәҡсүт ағай “былар енәйәтсе тота, ахыры...” тип артына әйләнеп ҡараны. Тик шунда уҡ башына һуғылып һәм бот араһына тибелеп тротуарға әйләнеп барып төштө.
 
Ҡул менән кәүҙә араһына ҡыҫылған бесәй балаһы Мәҡсүт ағайҙың ҡултыҡ аҫтына тырнаҡтарын батырҙы. Башына һуғыуҙан иҫәңгерәй башлаған Мәҡсүт ағай бесәйҙең бындай “укол”ынан шунда уҡ кире аңына килде. “Бесәй балаһы иҙелә бит!..” тип уйлап өлгөрҙө һәм ҡуйынынан йән эйәһен сығарырға маташты.
 
- Пистолет!.. – тип ҡысҡырып ебәрҙе сусҡа һымаҡ һимеҙ һаҡсы икенсеһенә.
 
- Икенсеһе шунда уҡ ағайҙың ҡулына төбәп атып ебәрҙе. Ҡул һөйәктәрен йәнсеп үткән пуля, бесәйҙең һыңар тәпәйен өҙҙө һәм ҡабырға һөйәктәре аша үткәс, туҡтап ҡалды.
 
 
 

***

 
“Губернатор Тупойкинға покушение булған. Уны урынбаҫары Мандельштейн ойошторған!.. Киллер үлемесле яраланған...”
 
Шул уҡ көндө кис бөтә радио, телевидение тапшырыуҙарын өҙөп был яңылыҡты һөйләне. Гәзиттәр беренсе биттәрен ошо ваҡиғаға бағышланы. Икенсе көнө Мандельштейнға енәйәт эше астылар һәм эшенән сығарҙылар.
 
Больницала аңына килгән Мәҡсүт ағайҙы тәүҙә ФСБ кешеләре ҡолаҡҡа ятмаған һорауҙар биреп ыҙалатты. Унан – прокуратура хеҙмәткәрҙәре. Иң аҙаҡ “Йәшерен ойошма” вәкилдәре килде. Тап улар һораша-һораша бөтә был мажараның айышына төшөндөләр һәм был турала бермә-бер ҡалып губернаторға бәйән иттеләр. Тупойкин уларҙы тыңлап бөткәс бер аҙ уйланып торҙо. Унан кинәт юғары күтәрелгән рейтинг графигына күҙ һирпте. Тик шунан һуң ғына ауыҙына ҡарап торған тоғро һаҡсыһына күҙ ҡыҫты ла, усын муйынына ҡуйғас, серле генә ҡырҡыу хәрәкәт яһаны...
 
 
 
***
 
Икенсе көндө врачтар Мәҡсүт ағайҙың үлеү фактын констатировать иттеләр. Беҙҙеңсә әйткәндә, үлгәнен асыҡланылар.
 
 
 
***
 
Һайлауҙар уңышлы үтте.
 
Һайлау хоҡуғы булған 100 процент кешенең 23,54 проценты участокка килде. Һәм шуларҙың 65,98 проценты губернатор Тупойкин өсөн тауыш бирҙе.
 
Был мәлдә барак өйҙәр подвалында һыңар тәпәйе өҙөлгән бесәй балаһы ла аслыҡтан, хәлһеҙлектән тауыш бирә ине.
 
– Ми-я-у-у...
Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: