Ауырыуы менән Өфөгә алып килдем, табипҡа күрһәтергә инде. Йола буйынса ҡунаҡ та саҡырҙым. Ҡунаҡ тип... туғандарҙы, дуҫтарҙы. Атайым килгән бит!
Ауыл кешеһе юлдан арыған – йыуынды ла ятып торҙо. Мин, эсенә алмалар тығып, ҡаҙ бешерәм, кәләш, һалма ҡырҡып, аш әҙерләй. Ҡәйнәм тоҙло-борослоһон тотоп килгән. Ҡыҫҡаһы, өҫтәл һығылып тора. Иң түргә атайҙы ултырттыҡ, уның янына үҙебеҙ теҙелеп киттек. Салат-малат, аш-маш, закуска-макуска тигәндәй, унан иң төп блюдо – ҡаҙ. Ҡаҙҙы алып килер алдынан ишекте ябам да утты һүндерәм. Ҙур түңәрәк фарфор батмуста алып сығам ҡош итен. Туҡта, сығармайым әле. Ҡәйнәм ҡаҙ түшкәһен спиртлап ебәрә лә... ут төртә, йәғни фәнни тел менән әйткәндә – фламбирлай.
– Ай, Аллам, нимә булды? – тип аптырай атай, янып килгән батмусты күреп.
– Бары яҡшы, атай. Шулай кәрәк.
– Ну, латны.
Бер нисә минут, ҡыҙарып ҡурылған хуш еҫле ҡаҙға ҡарап, телдәрҙе шартлатып торабыҙ. Хәтәр бит! Әммә нисек кенә шәп булһа ла, ашарға ултыртылған бит. Бала саҡта атайым өйрәткәнсә өлөшләп бүлә башлайым. Ҡаҙ боттарын – малайҙарға, ҡанаттарын – ҡыҙҙарға, муйыны – ҡатынға, түшен – ҡунаҡтарға, ҡоймосо – үҙемә. Атайыма түш тирәһенән иң ҙур өлөштө һалам. Тик ул бәләкәй генә итеп ауыҙлай ҙа ҡуя. Ауырыуы ашына ла йоғоламы икән, тип борсолам эстән. Ҡунаҡтар һыпырып ашап, бик ҡәнәғәт булып таралыша. Яңғыҙ ҡалғас, атайым яныма килә лә бына нимә ти:
«Мин был ҡаҙҙы бәпкә сағынан алып ярты йылдан ашыу ҡарайым. Ҡарға-һайыҫҡандан ҡурсалайым, эттән, һыуһарҙан һаҡлайым. Яңы йылға тиклем тигәндәй бойҙай һәм емдә тотам. Һуйып, таҙалап алғас, бәләкәй генә киҫәктәрҙә ашҡа ҡушам, һурпаһы тәмле булһын өсөн. Һәм бер ҡаҙҙы беҙ бер ай ашайбыҙ. Ә һин бер ултырыуҙа ботарланың! Улай булмай инде, был бит ҡаҙ!» Ҡыйын булып китте... Был ҡаҙ атайҙыҡы түгел ине инде, әммә уны ла бит кемдер шулай үҫтергән. Эх, мин...
Бер нисә айҙан, сәнғәт училищеһында саҡта, шылтыраталар: «Вәхит ағай, вахтала һеҙгә пакет ҡалдырҙылар». Алып ҡайтып аҡтарып ҡараһаҡ – ҡаҙ. Ваҡ ҡына өлөштәргә туралған. Араһында шыптыр моҡсала хат ята. Уҡыйым. Унда атайымдың ҡулы менән ике генә һүҙ: «Приятный аппетит!»