"Әллә үләһең, әллә юҡ"
Ул йылдарҙа магазиндарҙа көндәлек тауарҙар бик һирәк ҡайта ине. Бер кәрәк әйбер күренһә, был хәбәр шунда уҡ бөтөн ауылға тарала. Бер көндө "аҡ ситса бар икән" тигән һөйөнөслө хәбәр таралды. Атайым менән әсәйем тиҙерәк магазинға йүнәлде, мине лә эйәрттеләр.
Инәйҙең кәфенлек өсөн аҡ ситса хәстәрләп ҡуйғыһы килә. Үҙенеке әҙер, атайға ла алмаҡсы. "Кәфенлек" һүҙен ишеткәс, минең ҡот осто — үлергә йыйына ла былар! Ниндәй баланың ата-әсәһен "үлтергеһе" килһен?! Уларҙы мәңге йәшәр тип күҙ алдына килтерәһең бит инде. Мин, әлбиттә: "Атай, алма, атай, алма!" – тип ялына башланым. Кәфенлеге булғас, ул тиҙҙән үлер кеүек тойолдо. Атайым мине аңланы.
— Әй, алмайыҡ та, Зөлкәдә, әллә үләһең, әллә юҡ әле. Үлмәһәң, кәфенлек әрәмгә китә, — тине лә ғәҙәтенсә кеткелдәп көлөп ебәрҙе.
Алманылар. Мин юҡта алырға кәрәген аңланылар, күрәһең...