-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
5 Март , 14:55

Харис ШӘРИПОВ ЕН ТУЙЫ

Юмореска Йәш саҡта гастролгә сығырға атлығып торҙоҡ. Йәйгеһен бигерәк тә Һаҡмар һыуы буйлап ултырған ауылдарға йөрөйбөҙ шулай. Көн эҫелә йылғала һыу инеп ятабыҙ ҙа, кискеһен концерт ҡуябыҙ. ”Әллә ҡасандан көтәбеҙ һеҙҙе. Халыҡ тамаша ҡарарға бигерәк әүҙем йөрөй”,  – тип ҡаршы алды Сатрай ауылының мәҙәниәт йорто директоры Рафаил Дәүләтбаев ағай. Ул мәҙәниәт өлкәһендә күптән эшләй, атҡаҙанған хеҙмәткәр. Бик күңелсәк, ихлас кеше! Ҡараңғы төшөүгә клуб шығырым тулды. Әбей-бабайҙар, хатта имсәк балаларын күтәреп килгән йәш ҡатындар бар. Концерт бик шәп үтте. Тамашасы һәр номерға ихлас алҡышланы, нәфис һүҙ оҫтаһы Гөлсөм Хәбибуллинаның көләмәстәренән рәхәтләнеп көлдө. “Гөлсөм һылыу, шул тиклем ныҡ көлдөрҙөң, хатта ултырған еремдә саҡ зыянлап, эш боҙоп ҡуйманым. Һөйләгән саҡта үҙең хатта йылмаймайһың да бит әле. Вәт, талант, исмаһам!” – ти бер әбей.

Харис ШӘРИПОВ ЕН ТУЙЫ
Харис ШӘРИПОВ ЕН ТУЙЫ

Концерт тамамланыуға директор бүлмәһендә ҙур табын әҙерләнгәйне. Рафаил ағай тост әйтеп табынды башлап ебәрҙе:

– Күңелле ултырабыҙ – хөрмәтле артистар! Нишләп беҙ шундай йәйге матур төндә тынсыу клубта боҫрайбыҙ әле? Әйҙәгеҙ тәбиғәткә сығайыҡ, йырлашып ултырырбыҙ. Иҫтә ҡалырлыҡ булһын! Беҙгә етә ҡалды йыйына ла башланыҡ. Шешәләрҙе, ризыҡтарҙы сумкаларға тултырҙыҡ та Рафаил ағайҙың артынан эйәрҙек. Тышта күҙгә төртһәңдә күренмәҫлек ҡараңғы төн. “Минең арттан барһағыҙ, хур булмаҫһығыҙ, бик матур сәхрәгә алып сығам һеҙҙе”. – ти алдан барған Рафаил ағай. “Ҡунаҡ хужаның ишәге, ҡайҙа алып барһаң да артыңдан ҡалмайбыҙ инде”, – ти Гөлсөм апай. Рәсүл баянда уйнап бара.

-Килеп еттек, шикелле, – тине Рафаил ағай, бер саҡрымлап юл үткәс. Урынлашайыҡ ошонда. Ҡыҙҙар тиҙ арала йәймә түшәп, табып ҡороп ебәрҙе. Рафаил ағай фонарь менән яҡтыртып тора. Уның уты һүрән генә, шулай ҙа ярап ята инде. Рюмкаларҙы күрәбеҙ,  “мәжлес” клубтағынан да күңеллерәк дауам итте. Ни тиһәң дә, тәбиғәт ҡосағында ултырабыҙ бит! Рәсүл баянда уйнай, беҙ Резеда менән йырлайбыҙ. Йырлашып, көлөшөп ултыра торғас, ваҡыт үткәнен дә һиҙмәгәнбеҙ. Йәйге төн бик ҡыҫҡа – һыҙылып таң атты. Тирә-яҡҡа күҙ һалғайныҡ, ауыл ситендәге сүплек уртаһында уҡ ултырабыҙҙы шәйләп алдыҡ. Тыйыла алмай көләбеҙ: “Һеҙ бөтә килгән артистарҙы ла ҡыйлыҡҡа алып килеп һыйлайһығыҙмы ул?” – ти Гөлсөм апай. Мин иҫәрҙе бер үк ғәфү итә күрегеҙ, хөрмәтле артистар, һеҙҙе ҡараңғыла яңылыш юлдан алып киткәнмен. Төнөн күҙем бигерәк насар күрә шул. “Үпкә юҡ, бик тә күңелле ултырҙыҡ, иҫтә ҡалырлыҡ булды”, – тиештек.

Һуңынан ауылда: “Сүплектә ендәр туй үткәргән. Төнө буйы гармун уйнап йырлашып сыҡҡандар”, – тигән хәбәр таралған. Енле урын булғас, халыҡ унда яҡын барырға ла ҡурҡа икән.

Автор:
Читайте нас