-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Бастилияны кем алды?

Уҡытыусы ҡулындағы китабын асыу менән өҫтәлгә ташланы.– Һуңғы тапҡыр һорайым: әйтегеҙ, Бастилияны кем алды?

Бастилияны кем алды?
Бастилияны кем алды?

Уҡыусылар ләм-мим. Баш­­тарын аҫҡа эйгәндәр ҙә, тын алырға ла ҡурҡып, шым ғына ултыралар. Уҡы­тыусы иң артта, иптәшенең киң арҡаһына ышыҡланып, бөкрәйеп ултырған малайға эйәк ҡаҡты.
– Йә, кем алды Бастилияны?
Тегеһе ҡолғалай буйын бер аҙ турайта төштө:
– М-мин т-түгел. Күрмә­нем...
Уҡытыусы ни әйтергә лә белмәне. Был тиклем оң­ҡот­лоҡто уның быға хәтлем осратҡаны юҡ ине әле.
– Күрмәнем, имеш. Дүрәк! Етте, күпме түҙергә мөм­кин?! Завучты саҡырам. Теләһә ни эшләтһен һеҙҙе!
Уҡытыусы кластан туҙы­нып сығып китте лә күп тә үтмәй уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдирен алып килде. Мө­дир, юғары сөйөлгән танауына күҙлеген элгәс, ҡа­рашы менән класты бай­ҡаны.
– Дә-ә, ошо көнгә төш­төгөҙмө?! Оят! Ни түлке оят, а пазор. Беҙҙә бындай хәл­дең булғаны юҡ. Мәктәп тарихында ЧП был! Хәҙер үк бастилияны кем алғанын әйтегеҙ! Ну, кем ҡулын һуҙ­ҙы?
Класс – ләм-мим. Башта­рын эйгәндәр ҙә шым ғына ултыралар. Кемдер көлөп ебәрҙе. Уның пырхылдауы үгеҙгә ҡыҙыл сепрәк күр­һәтеү менән бер ине, мөдир туланы ла китте.
– Әле улаймы һеҙ?! Ах, вы так?! Апайығыҙҙың бас­ти­лияһын сәлдереү генә етмәгән, издеваться итеп, көлөп тә ултыраһығыҙмы? Хыватит! Хәҙер үк ди­ректорҙы алып инәм. Әйт­те­рер ул һеҙҙән, нибус.
Һәм ул, башын сайҡап, клас­тан сығып китте. Бер аҙ­ҙан, йүгерә-атлай, ялт итеп директор килеп инде.
– Мин ашығам. Минең ваҡытым юҡ. Тиҙ генә бастилияны кем алғанлығын әйтегеҙ! Әйтмәһәгеҙ, милиция саҡыртам. Ул әйт­терер. Әйттереү генә түгел, ултыртып ҡуйырға ла күп һорамаҫ. Эште улай ҙурға ебәрмәйек, апайығыҙ­ҙың бастилияһын кире ҡайтарып бирегеҙ. Ғәфү үтенегеҙ. Юғиһә – милиция! Төрмә! Мәк­тәптә уғры-ҡараҡ бу­лырға тейеш түгел! Һалығыҙ бастилияны!
Уҡыусылар бер-береһенә ҡарашып ни көлөргә, ни иларға белмәйенсә аптырашта ҡалған. Ә тарих уҡы­тыусыһы бөтөнләй ҡойолоп төшкән. Ул, ыҡ-мыҡ килеп, ниҙер әйтмәксе була. Күҙ­ҙәренән йәш бөртөктәре тәгәрәй. Ә бер мәлде ул – әллә аҡылына зыян килде – шарҡылдап көлөп ебәрҙе һәм аҡрын ғына өҫтәл аҫ­тына сүгә башланы.
– Бөттө баш. Бирегеҙ, кем алған ине бастилияһын?! Үлтерәһегеҙ апайығыҙҙы...
Шул саҡ кластың алдынғы уҡыусыһы, һәр йылды иң күп макулатура йыйыусы актив ҡыҙ тауыш бирҙе:
– Мин әйтәйемме?.. Париж ҡалаһындағы Бастилия крепосын 1789 йылдың 14 июнендә баш күтәреүсе революцион француз халҡы баҫып алған.
Әлеге яуапты ишеткәс, тарих уҡытыусыһына йән керҙе, ул өҫтәл аҫтынан ғына: “Ултыр, биш”, – тип бышылданы.

Ғәли ҒАТАУЛЛИН.

Фото: Twitter

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: