Мин һүҙһеҙ генә баш ҡаҡтым.
– Һинең бәхеткә!.. Мин йәшәйһен йәшәнем инде, һиңә бер генә кәңәш биргем килә – бер ҡасан да ҡатыныңа ҡиммәтле, затлы ойоҡ бүләк итмә! – Ҡасим бай тәрән һулап ҡуйҙы һәм дауам итте. – Мин йәш сағымда тыйнаҡ, ярлы, тыңлаусан кәләш хаҡында хыяллана торғайным. Сабыр иткән – моратына еткән, тиҙәр. Хыялымда йөрөткән шундай ҡыҙҙы осраттым бер заман. Сәбихә исемле ине ул. Егерме бер йәшлек был ҡыҙ әллә ни сибәр түгел, әммә минең хыялымда йөрөткән алиһә ине. Мин уға бер ҡарауҙа ғашиҡ булдым. Ул шундай тыйнаҡ, мөләйем, һөйкөмлө ине...
Беҙ өйләнештек. Бер нәмәһе лә юҡ юғын, тик мин артыҡ борсолманым, киреһенсә, шатландым ғына. Мин һиңә фәлән әйбер һатып алам, тиеүем була, ул шундуҡ минең ауыҙҙы яба: «Кәрәкмәй, ҡәҙерлем, минең бөтәһе лә бар», – ти ине...
Бәхетле инем мин. Аҡса ҡәҙерен белеүсе, һаҡсыл, тыныс тормош юлдашы бына ниндәй булырға тейеш! Ирен буяғысҡа, кершәнгә, һөрмәгә боролоп та ҡарамай. Бына бит, мин әйтәм, наҙан булһа ла, ниндәй аҡыллы фекер йөрөтә, үҙен нисек тыйнаҡ тота!
Бер заман урамдан китеп барам шулай. Ә уйымда – һөйөклө Сәбихәм. Нисек тә шатландырырға ине һөйөклө йәш бисәмде, тим. Магазинға индем дә ойоҡ алдым. Иң ҡиммәтлеһен, иң затлыһын. Ҡайттым. Тапшырҙым. Ә ул бахыр иларға уҡ тотондо. Аҡсаны һыуға һалғанһың, ти.
Бер-ике ай үтеп китте. Ә Сәбихә мин бүләк иткән ойоҡто кеймәй ҙә кеймәй. Кәйеф төштө, үпкәләп тә алдым.
– Кейермен, кейермен, – тине ул, йылмайып. – Әммә... – һәм туҡтап ҡалды.
Был «әммә»нең ни аңлатҡанын асыҡлау өсөн ярты сәғәт интектем. Баҡһаң, яңы ойоҡ уның туфлийы менән пар килмәй икән. Ойоҡ – артыҡ затлы, ә туфли...
– Башта уҡ шулай тиҙәр уны, Сәбихәкәйем. Бөгөн үк яңыһын алырбыҙ. Сәбихәне өҫтөрәп тиерлек магазинға алып барҙым. Иң ҡиммәтле, иң затлы туфли һатып алдым.
Әммә яңы ойоҡ менән яңы туфлиҙы бисәм бер генә, унда ла ҡунаҡҡа барғанда ғына, кейҙе, Ниңә көн дә кеймәйһең, мин әйтәм.
– Беләһеңме, ҡәҙерлем, туфлийым шул тиклем затлы, минең күлдәк менән сағыштырғанда...
Шул көндө үк иң ҡиммәтле, иң затлы күлдәк алып бирҙем. Бер аҙнанан – яңы эшләпә, йәнә бер аҙнанан яңы пальто алдым. Хаҡтарына ҡарап торманым инде.
Бер саҡ Сәбихә көҙгө алдына килеп ултырҙы.
–Ҡәҙерлем, – ти был, – мин һинән бер ҡасан да, бер нәмә лә һорағаным юҡ. Әммә бына башыма ҡара әле – минең кейем-һалым менән сағыштырғанда, ер менән күк араһы бит.
Мин ҡатып ҡалдым. Яңы баш һатып алырға итәме әллә был?! Бәхеткә күрә, шәхси парикмахер яллау тураһында ғына һүҙ бара, имеш.
Бер аҙнанан һөйөклөм үҙенең килеш-килбәтенә, кейем-һалымына тиң булырлыҡ фатир тураһында һүҙ ҡуҙғатты.
Мин ризалаштым. Унан кредитка машина алырға күндерҙе Сәбихәм.
Бер нисә айҙан һуң Сәбихәм минең күҙҙәремә шундай иркә, яғымлы, һөйкөмлө итеп ҡараны, йөрәгем «жыу» итеп китте.
– Ҡәҙерлем, – тине ул йомшаҡ тауыш менән, – һин миңә бик күп изгелектәр ҡылдың. Һин мине ирекһеҙҙән затлы кейенгән, заманса йәшәгән ҡатынға әйләндерҙең. Машина йөрөтөргә өйрәттең. Берәй нәмә алып биреүеңде үтенгән һайын, үҙәктәрем өҙөлә торғайны, һин мине аңлайһың бит...
– Эйе, мин һине аңлайым, шатлығым минең!
– Минең һиңә һуңғы үтенесем бар...
– Ниндәй үтенес ул, гүзәлдәрҙән гүзәлем?
– Һин инде ҡартайҙың, ярлыландың, бөршәйҙең... Ҡыҫҡаһы, һин миңә тиң түгел. Беҙ айырылышайыҡ...
Ҡасим бай рюмкаларға йәнә хәмер һалды ла, моңһоу йылмайып, былай тине:
– Суд фатирҙы ла, машинаны ла уға ҡалдырҙы. Ә миндә... Ә миндә, шундай тыйнаҡ һәм һаҡсыл ҡатыным бар ине, тигән хәтирәләр генә тороп ҡалды. Ә бит барыһы ла ойоҡтан ғына башланғайны... Бына ни өсөн тағы бер ҡабатлайым: бер ҡасан да ҡатыныңа затлы ойоҡ алма!
Тимер ТӘПӘЛӘЙ.