Мин уға:
– Ә һин бүтәгәһен һанаған һайыҫҡандай шыҡырлап ултырма! – тип яуап ҡайтарҙым.
– Мин бүтәгәһен һанаған һайыҫҡан булһам, һин – үләкһә ҡоҙғоно, – тине ул тыныс ҡына. Мин дә бик ҡыҙып китергә тырышманым, һалҡын ҡанлылыҡ һаҡланым:
– Ә һин – йылан, – тип мығырҙандым. – Ҡабығын ташлай алмай ыҙаланған яҙғы йылан.
Ул миңә:
– Аж-ж-ждаһа! – тине.
Туҡтамағас туҡтамай ғына бит. «Йылан» ғына миңә әҙ тойолдо:
– Күҙлекле йылан! Кобра! – тип асыҡлыҡ индерҙем.
Уға ла «аждаһа» ғына әҙ тойолған икән.
– Ҡорсаңғы аждаһа! – тип төҙәтеү индерҙе ул тәүге баһаһына.
Юҡ, тышҡы сифаттар менән генә алдырып булмай. Эскәрәк үтергә ваҡыт.
– Тауыҡ мейеһе эскән аңра! – тинем мин уның аҡыл кимәленә ишара яһап.
Ул да минең интеллектымды юғары баһаламай икән.
– Бохар ишәге! – тип, әңгәмәгә нөктә ҡуйырға ниәтләне.
Ҡуймайыраҡ торһон әле! Яңынан тышҡы сифаттарға күскәнемде үҙем дә һиҙмәй ҡалдым:
– Ас ҡандала! – тинем, йөҙөмә мөмкин ҡәҙәр мыҫҡыллы ҡиәфәт сығарып.
Әңгәмәләшем йөҙөнә минекенән дә мыҫҡыллыраҡ төҫ бирҙе. Минең мөһабәт һынымды күҙенән кисерҙе.
– Ит кәбәне!
– Ябыҡ тараҡан!
– Һоло кәбәге тултырылған ҡытай ҡапсығы!
– Ситән буйында һерәйеп торған кипкән дегәнәк!
– Ужым быҙауы! Һәр елпелдәгән итәк янында – мир үгеҙе! – тип сәрелдәп ебәрҙе әңгәмәләшем һәм, рәсми рәүештә һуғыш иғлан итеп тормай, тырнаҡтарын уң битемә батырҙы.
– Һебертке! – тип үкереп ебәрҙем мин һәм уның һул күҙенә берҙе һыланым.
Был инде уның да, минең дә пружиналар һүтелеп бөтөүен аңлата ине. Бер минутҡа һүҙһеҙ ҡалдыҡ. Унан ул минең яңаҡтағы дүрт тырнағы ҡалдырған дүрт бураҙнаны йыйырсыҡтарын шымартырға тип алған майы менән штукатурларға тотондо. Мин уның күгәргән күҙ төбөнә Николай батша заманындағы баҡыр өс тинлекте баҫтым. Үҙем:
– Cатана в юбке, – тип мығырҙандым һәм уның күгәргән күҙен үбеп алдым.
– Cатана в штанах! – тип бышылданы бисәм.
Аллаға шөкөр! Еңелсә бәхәс был юлы ла ҙур ыҙғышҡа уҡ барып етмәне. Ә инде һуңғы баһаға килһәк, "Муж и жена – одна сатана" тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит урыҫтар...