+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Шырмай һалам урлай

Буранбай ИСҠУЖИН (Элеккене иҫкә төшөрөп) Шырмайҙы һалам менән тоталар.Ғүмер баҡый колхозда малсы булып эшләп, һалам-бесән эсен­дә һыуҙағы балыҡтай йөҙгән Шырмай нишләп хәҙер – пен­сияға сыҡҡан көнөндә – уғрылыҡ юлына аҡ быймалы аяғын баҫҡан икән, тип аптырайһығыҙмы? Пенсияға китеп ҡарамағас, ҡай­ҙан беләйем инде ул тиклемен...

Шырмай һалам урлай
Шырмай һалам урлай

Әммә Шырмай ағайҙың иптәш­тәр суды алдында мөһабәт кәүҙәһен һерәйтеп баҫып тороуы – ҡара эсле кешеләрҙең фанта­зияһы түгел, ә факт.
– Йә, Шырмай ағай, – тип һорау бирә йыйылыш рәйесе, – һөйләп ебәр.
– Нимәһен һөйләйһең инде? – тип аптырай ағабыҙ. – Урланым. Тотолдом. Ана ята тоғом.
– Тоҡ ҡына тиһеңме? – Рәйес­тең йөҙөндә мыҫҡыллауға тартым йылмайыу күренде. – Ә силос? – Ә таҡта? Ә самогон? Ә ин­фаркт? Теҙеп кенә һөйлә.
Шырмай ағай ҡулдарын йәйҙе.
– Ҡустым, вис һөйләй баш­лаһаң, фантазия бит ул!
– Вис, вис һөйлә.
– Кисә төндә уянып китһәм, эргәмдә бисәм ята...
– О-ой, алла...
– Юҡ, ҡустым, ысынлап та ята ине. Ана ултыра үҙе.
– Ятһа һуң? Тәүге тапҡырмы ни?
– Юҡ, ҡустым. Ул бит тик кенә ятмай, ә мине төрткөләп ята. Малдың һаламы бөттө, тап, ти. Мин әйтәм, оялмай, урлашыр­ғамы ни, тим. Ә ул, как хуш, ти. Элек, пенсияға сыҡмаҫ борон, көн дә ташыһаң да бер ҙә оялманың, ти. Мин әйтәм, көндөҙ апҡайтыу урлашыуға һаналмай ҙа инде, тием.
– Ағай, ҡыҫҡараҡ тот!
– Ну, мин имынны ҡыҫҡараҡ тоттом шул. Кәртә артынан ғына тура сыҡтым. Сығып күп тә атламаным, таҡта күтәргән кешегә тап булдым. Юрамал ғына «Һайт!» тип ҡысҡырғайным, таҡталарын ташланы ла ҡасты. Уның прораб Самат икәнен белһәм, ҡысҡыр­маҫ та, өндәшмәҫ тә инем.
Прораб Самат:
– Һин һалам урлауың тура­һында һөйлә! – тип ҡысҡырҙы. Рәйес тә уны:
– Эйе-эйе, ситкә китмә! – тип ҡуйҙы.
– Үәт имынны мин ситкә кит­мәнем шул, – тип дауам итте Шырмай ағай. – Таҡталар ятҡан урынды билдәләп ҡуйҙым да туп-тура һалам эҫкертенә табан атланым. Ауылды инде сыҡтым ғына тиһәм, әлеге инфаркт алған Файза тап булды...
Ошо ерҙә бер аҙ ғына биографик белешмә биреп китәйек. Файза Татлыбаева ошо минут­ҡаса һырт бирмәҫ ҡыҙ булып һа­налып килде. Ир-егетте ене һөй­мәүе арҡаһында ғүмер буйы сил­сәүиттә секретарь булып эшләй.
– Ана шул Файза өйөнән йү­гереп килеп сыҡты ла, – тип дауам итте Шырмай ағай, – “Кил­деңме, бәпәкәйем, ҡолонсағым?” тип минең муйынға аҫылынды. Ул йылы һүҙҙе ишеткәс, миңә еңел булған тип беләһегеҙме әллә? Мин дә кеше балаһы ла баһа... Бер-ике минуттан уны инфаркт тоторон кем белһен?
Ауыл Советы рәйесе тағы ла сырайын һытты. Шырмай ағай йәнә тура юлға сыҡты.
– Ну, силос ямы янынан үтеп барһам, Әхмәҙи ҡоҙа силосҡа барған булған икән. “Һаумы” тиһәм, атын ташланы ла ҡасты. Кем белгән уның урлашып йөрө­гәнен...
– Шырмай ағай, һин бөтөнләй фәрештә икәнһең дә баһа, – тип йылмайҙы рәйес. – Үҙең халыҡ контролеры һымаҡ...
Шырмай ағай кәпәсенең ҡола­ғына тиклем йылмайҙы.
– Ҡустым, мин үҙем дә шуны уйлап йөрөйөм әле бөгөн. Әллә көн дә... әй, әттәгенәһе... төн һа­йын шулай дежурға сығырға инде?

1987 йыл.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: