-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Алданыу

(Бер егет ауыҙынан) Бер төн клубта иҫ киткес си­­бәр ҡыҙ менән таныштым. Уның оҙон ҡара то­лом­дарына, ҡыйғас ҡаш, – ҡара күҙҙәренә, зифа буй-һынына шундуҡ ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. Тауышы ла илаһи моң кеүек яңғырай ине, ә йылмайыуы һуң, йылмайыуы...

Алданыу
Алданыу

Оҙатырға тип сыҡһам, һылы­уым ай яҡтыһына ялтыраған бейек ҡара «джип» яғына ыңғайла­ны. Аптыраным. Сигнализация­һын «пип-пип» итеп кенә асты ла миңә ҡул болғаны:
– Әйҙә, ятағыңа тиклем алып барып ташлайым!
Юғалып ҡалдым, шулай ҙа йә­һәт кенә машинаға һи­керҙем. Бын­­дай зәһәр тимер атҡа беренсе ултырыуым.
Биш минут эсендә ҡаланың икенсе осонда инек. Һылыуҡай мине оҙата сыҡты. Өндәшмә­йенсә сәғәте­нә күҙ ташланы.
– Ой-й, сәғәт биш тулып килә. Тиҙерәк ҡайтырға кәрәк, намаҙ уҡырға, – тип хушлаша башланы. – Бөгөн кис осрашабыҙмы? – тип һалды сибәркәй. Йылмайыу ме­нән генә яуаплайым. Мин хыялый кеүек ғашиҡ...
Киске ун берҙә джип минең ятаҡ алдында ултыра ине. Минең һөй­гәнем, бергенәм! Ҡаты иркен һылыу­ым эргә­һенә инеп ултыр­ҙым. Уны күреп кисәгенән тағы ны­ғыраҡ аптыраным, сибәркәй хиджаб кейгән, яулыҡ ябын­ған. Кисә генә ҡып-ҡыҫҡа итәктә ине ләһә...
Минең ҙур итеп асыл­ған күҙ­ҙәремде күреп, тыныс­ландырыр­ға ашыҡ­ты:
– Мин быны хәҙер сисеп ыр­ғы­там ул, миңә улай ҡур­ҡыныс итеп ҡа­рама, зин­һар, йәме!
Һорауҙарым һыу буйы булһа ла өндәшмәнем.
– Йә, шунан, ҡайҙа юл то­табыҙ, клуб-кафе? Әйҙә беҙгә, минең фатирым иркен, дүрт бүл­мәле. Футбол уйна­һаң ла була, хоккей ҙа, – тип мут йыл­майҙы ҡыҙ.
Эстән генә бәхетемә «эх» тип ҡуйҙым. Хыял­дағы ҡыҙ – сибәр, фатир – машиналы. Ә үҙен һуң үлеп яратам!
Фатиры яман ҙур, үҙе әйт­кән­сә, хоккей уй­нар­лыҡ шул.
Һылыуым:
– Мин хәҙер, ыҡсы­мы­раҡ күлдәк кенә кейеп сығам, – тип ҡайҙалыр кереп юғалды.
Фатир буйлап «экскурсия» ла йөрөйөм, ҡапыл бер фо­тоһүрәт күҙгә салынды. Һылыумдың никах фото­һы. Тимәк...
– Их, шуны йәшереп ҡуйырмын тигән инем, тип– ауыр һулап фотоһүрәтте ҡапланы. Түҙмәнем:
– Һин кейәүҙәме ни? – тип ысҡындырҙым.
– Кейәүҙә тип ней, бабайҙа тиһәң дөрөҫөрәк булыр. Бер ҡартлас дүртенсе ҡатын итеп алды. Ишү, баштан-аяҡ пәрәнжәгә ураны!
Уның алһыу ирендәренән шундай хәшәрәт һүҙҙәр сығып, уға ҡарата булған бар хистәремде бәрә һуҡты. Тауышы ла илаһи моңға бер ҙә оҡшамаған ине.
Ҡара «джип» аҙналар буйы ми­нең ятаҡ төбөн һаҡланы. Тик мин генә күңелдәге һүңгән мөхәббәт ҡуҙҙарын ҡабат ҡабыҙа алманым.

Д. ХӘСӘНОВА.

Автор:
Читайте нас: