- Етте, етте, – ти ул. – Үҙебеҙгә түгел, мал-тыуарға ла етерлек булды. - Алтын һин, Иркәбай, ҡулыңдан килмәгән эш юҡ. Халыҡ картуф ултыртыр өсөн баҡсаһын һөрҙөртә башланы. Һин ни хәл итерһең икән? Ер һөрҙөрөргә лә кешегә ялынып йөрөп булмаҫ инде. Мөлөккә әйтһәң, ярты һораясаҡ. Иртәнән башлап тракторға ултырам. Иртәгәһенә тракторсы булып эшләй башланым.”Кировец”ты баҡса эсенә индереүе лә оят. Ун минутта баҡсаны ялмап ҡына ҡуйҙы. Бер ыңғайҙа күрше-күләндең дә ерен һөрөп бирҙем.
Бесән өҫтө етә бит әле, – ти бер көн ҡатын. – Быйыл мал-тыуарыбыҙ ҙа ишәйҙе. Бесән сапмаған ирме әллә мин? Өс көн эсендә бесән сапҡыс машинала әллә күпме бесән сабып ташланым. Артҡанын хатта колхозға ла бирҙек. Колхозда эш бөтмәй инде ул. Бесән артынан утын әҙерләү мәле килеп етте. Лапаҫ аҫтында минең бер-ике йылға етерлек утын бар барлығын. Запас эсте тишмәҫ әле. Тағы тракторға ултырып алдым. Беҙҙең яҡта утынды урманда ҡырҡып тормайҙар. Йығалар ҙа, ботаҡ-сатағы менән тракторҙа һөйрәтеп кенә алып ҡайталар. Утынды ҡырҡып, лапаҫ аҫтына ташып ҡуйыуға картуф өлгөрҙө. Әллә быйыл да картуф ҡаҙғыста эшләп алаһыңмы? Кеше уртаға ярылырҙай мәлде нисек эшһеҙ ултыраһың? Эшләрмен. Картуф ашауҙың да хикмәте бар, тигәндәй, картуф ҡаҙыуҙың да ғилләһе бар. Башта баҫыуҙы картуф ҡаҙғыс менән буйға йырттырып үтәһең. Уныһын беҙҙең уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йыйып ала. Улар икенсе баҫыуға күскәс, шул уҡ ерҙе мин арҡырыға йырттырып үтәм. Уныһын минең ҡатыным йыя.
Иркәбай, картуф һалырға урын юҡ, – ти бер көн ҡатын. Ҡарайым, өс баҙ, келәт, мал аҙбары, кәртә эсе картуф менән тулы. Боролоп сыҡмалы түгел. Мин картуф ҡаҙғыстан төшөп, автомашинаға ултырып алдым. Баҙарға картуф ташырға тотондом. Ҡалаға бер машина картуф тейәп барам да бер тоҡсай аҡса тейәп ҡайтам. Картуфыңды тиҙерәк ташып бөт тә, төҙөлөш бригадаһында эшләп алырһың, – ти ҡатыным. Бик дөрөҫ әйтәһең, – тип килешәм мин, – үҙем дә, өйҙө һипләргә ваҡыт, тип күптән уйлап йөрөй инем. Фермаға ла инеп эшләп алырға тура килер. Өйҙә флягалар етешмәй. Бөтмәй инде, бөтмәй колхоз эше. Йыл әйләнәһенә әле тегендә, әле бында йүгерәһең дә йүгерәһең, тигәндәй...