-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ХАЛЫҠ ЯҘЫУСЫҺЫНАН – АВТОГРАФЛЫ КИТАП

“Китап” нәшриәтенең Ленин урамындағы магазинында “Һәнәк”тең легендар баш мөхәррире, сатирик Марсель Сәлимовтың “Тауыҡ көлкөһө” тип аталған өр-яңы китабы сығыуға бәйле автограф-сессия уҙҙы.

ХАЛЫҠ ЯҘЫУСЫҺЫНАН – АВТОГРАФЛЫ КИТАП
ХАЛЫҠ ЯҘЫУСЫҺЫНАН – АВТОГРАФЛЫ КИТАП

"Һайланған-яйланған әҫәрҙәр" тигән иҫкәрмә менән донъя күргән йыйынтыҡ халыҡ яҙыусыһының һайланма әҫәрҙәре тупланған икенсе китабы. Беренсеһе "Тишекле таш" исеме аҫтында 2020 йылда донъя күрҙе һәм тиҙ арала халыҡ араһында таралып та бөттө.

  • Хеҙмәт юлым сатира һәм юмор, “Һәнәк” журналы менән айырылғыһыҙ булыуы менән бәхетлемен, - тине Марсель Шайнур улы, автограф-сессияға килгән әҙәбиәт һөйөүселәр алдында сығыш яһап.

Ул үҙенең мәктәп йылдарында уҡ яҙылған шаян шиғырҙарын уҡыны, бай һәм йөкмәткеле тормош юлының фәһемле һәм ҡыҙыҡлы биттәре менән таныштырҙы.

  • Марсель Сәлимов – күп яҡлы, талантлы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенә үҙ өлөшөн индергән шәхес, әгәр халыҡ менән осрашыуҙарҙа ул ҡатнашһа, аралашыу һәр саҡ йәнле, күңелле, йөкмәткеле үтә, - тине тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев.

“Китап” нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова Марсель Сәлимовтың һәр китабы әҙәбиәт һөйөүселәр тарафынан көтөп алыныуы хаҡында әйтте, “Һәнәк” журналының баш мөхәррире Илгиз Ишбулатов баҫманы өс тиҫтә йыл етәкләгән остазы – Марсель Шәйнур улының башҡорт юморын үҫтереүҙәге баһалап бөткөһөҙ ҙур хеҙмәтен билдәләп үтте. Мар. Сәлим, үҙенең китаптарын биҙәгән саҡта, шарждарҙы ысындан да матурыраҡ итеп эшләгәне өсөн, “Һәнәк”тең алыштырғыһыҙ рәссамы Артур Василовтың да ҡулын ҡыҫып, автограф яҙып, китабын бүләк итте.

Йөкмәткеле автограф-сессия фото-сессия менән тамамланды.

Алина Ғәлимова фотоһы. 

ХАЛЫҠ ЯҘЫУСЫҺЫНАН – АВТОГРАФЛЫ КИТАП
ХАЛЫҠ ЯҘЫУСЫҺЫНАН – АВТОГРАФЛЫ КИТАП
ХАЛЫҠ ЯҘЫУСЫҺЫНАН – АВТОГРАФЛЫ КИТАП
Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: