+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йөҙ йыллыҡты ҡаршылап...
2 Октябрь 2025, 22:00

ОЛО БАЙРАМ БӨГӨН БЕҘҘӘ – ҺӘНӘГЕБЕҘ ЕТТЕ 100-ГӘ!

18 октябрь, 18.00 ҘУР ЗАЛ Хөрмәтле дуҫтар! Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм «Һәнәк» журналы редакцияһы һеҙҙе баҫманың 100 йыллығына арналған юбилей кисәһенә саҡыра! Байрамда һын ҡатырғыс интермедиялар, дәртле йыр-моң, уйын-көлкө һәм йәнле аралашыу көтөлә! Көлкө кисәһендә “Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” эстрада театры, Тайфун Ҡоролтаевич, билдәле юмор оҫталары – Мар. Сәлим, Алмас Хәмзин, Харис Шәрипов, Гөлзәмиә Ситдиҡова, Шәһитулла Хамматов, Марс Сәйетғәлин һәм башҡа сағыу йондоҙҙар ҡатнашасаҡ.

ОЛО БАЙРАМ БӨГӨН БЕҘҘӘ – ҺӘНӘГЕБЕҘ ЕТТЕ 100-ГӘ!
ОЛО БАЙРАМ БӨГӨН БЕҘҘӘ – ҺӘНӘГЕБЕҘ ЕТТЕ 100-ГӘ!

Республикабыҙҙың башҡорт телендә нәшер ителгән берҙән-бер сатира һәм юмор журналы «Һәнәк» 1925 йылдың 15 сентябрендә донъя күрә. Ҡыҙыҡлы, мәрәкә, күңелле һәм фәһемле баҫма тиҙ арала халыҡ араһында киң танылыу яулай. Журналда фельетондар, юморескалар, шиғыр-хикәйәләр, карикатуралар, көләмәстәр һәр заманға ярашлы үҙенсәлекле рубрикалар аҫтында баҫыла. Рубрикаларҙың ҡайһы берҙәре тиҫтә йылдар дауамында һаҡлана: «Элеп алдым, һелкеп һалдым», «Әйттем – бөттө», «Әҙ-мәҙ мәҙәк», «Күрмәһәң – күр», «Беҙҙең ауыл мәҙәктәре», «Сәхнә сәхифәләре», «Туҙға яҙмағандарҙан», һ.б.

«Һәнәк» көлдөрөп кенә ҡалмай, етешһеҙлектәрҙе күрә, уларҙы тәнҡитләй, осло йәптәренә эләктереп ала һәм уларҙы бөтөрөү, төҙәтеү юлдарын тәҡдим итә.

Юбилей кисәһенең аяҡсылары – билдәле алып барыусылар – Йәмил Ишмөхәмәтов менән Филүс Ҡасимов тамашасыларға күмәртәләп көлкө таратасаҡ.

Концерттың режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Мәхмүт Нәҙершин.

Килегеҙ, көтәбеҙ! Шаярып-көлөп, күңел асып, донъя мәшәҡәттәрен, ығы-зығыларҙы ситкәрәк ҡуйып, уйнап-бейеп, дәрт, илһам алып ҡайтырһығыҙ, дуҫтар!

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас