-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Февраль 2022, 12:00

Был юлы – көмөш миҙал

25 йәшлек Рәсәй саңғысыһы Александр Большунов Пекинда үткән Олимпия уйындарында икенсе миҙал яуланы.

Был юлы – көмөш миҙал
Был юлы – көмөш миҙал

Спортсы скиатлонда «алтын»дан һуң, көсөн классик стилдәге уҙышҡа 15 километрға ҡалдырыу өсөн махсус рәүештә спринт ярышында ҡатнашманы. Һөҙөмтә булараҡ - Большуновта «көмөш». Рәсәй уҙышсыһы  фин саңғысыһынан саҡ ҡына ҡалышты. Был уның шәхси иҫәбендә алтынсы олимпия наградаһы һәм дүртенсе «көмөш». Алда Большунов тағы ла өс дисциплинала почет пьедесталындағы урын өсөн үҙ көсөн һынаясаҡ. Уңыштар теләйбеҙ Александрға.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: