-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Февраль 2022, 11:00

Был бит фантастика, егеттәр!

Алексей Червоткин, Александр Большунов, Денис Спицов һәм Сергей Устюгов составындағы Рәсәйҙең ир-егеттәр йыйылмаһы Пекиндағы Олимпиадала 4х10 саҡрымлыҡ эстафетала бер минуттан ашыу өҫтөнлөк менән алтын миҙал яуланы.  

Был бит фантастика, егеттәр!
Был бит фантастика, егеттәр!

Егеттәребеҙ дистанцияның беренсе километрҙарынан уҡ алдынғылыҡты алып, уны финишҡа тиклем бирмәне. Норвегтар – икенсе. Пьедесталдың өсөнса баҫҡысына француздар күтәрелде.

Рәсәй саңғысылары 1980 йылдан алып тәүге тапҡыр Олимпия уйындарында ҙур эстафетала еңеү яуланы. Ул саҡта Американың Лейк-Плэсид ҡалаһында Совет уҙышсылары Василий Рочев, Николай Бажуков, Евгений Беляев һәм Николай Зимятов алдынғылыҡты бирмәгәйне.

Александр Большунов илебеҙ саңғысылары тарихында олимпия миҙалдары һаны буйынса үҙенең рекордын арттырҙы. Хәҙер улар унда – етәү: дүртәүһе Пхенчханда (өс көмөш һәм бер бронза) һәм өсәүһе Пекинда (ике алтын һәм бер көмөш).

Фото: https://www.championat.com/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: