Ул үҙенең ике дүрт әйләнешле һикереүен оҫта итеп үтәп, программаһын хатаһыҙ бейене. Вәлиева бер нисә етди хата ебәрә һәм һөҙөмтәлә дүртенсе урынға (224,09) ҡала. Көмөш миҙал – Александра Трусовала (251,73), бронза - Япониянан Каори Сакамотола (233,13). Трусова беренсе тапҡыр ярыштарҙа биш тапҡыр дүрт әйләнешле һикереү үтәне. Ирекле бейеүендә ул 177,13 балл йыйып, иң юғары баһаға лайыҡ булды, әммә ике программа суммаһы буйынса Щербакованан ҡалышты.
Ни тиһәң дә, Рәсәй фигуристары үҙ һәләттәре, ҡатмарлы әйләнешле акселдәре, үҙенсәлекле һикереү комбинациялары, ҡабатланмаҫ оҫталыҡтары менән барыһын да таң ҡалдырҙы. Ҡотлайбыҙ!!!
Фото: 9111.ru