+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Апрель 2022, 15:00

Паралимпия спортсылары чемпионатта ҡатнаша

Өфө терәк-хәрәкәт аппараты зарарланғандар араһында йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионатын ҡабул итә. 

Паралимпия спортсылары чемпионатта ҡатнаша
Паралимпия спортсылары чемпионатта ҡатнаша

Ярыштар 18-26 апрелдә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге бассейнында ойошторола. Рәсәйҙең Паралимпия комитеты президенты Павел Рожков һүҙҙәренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһына башҡа илдәрҙән дә вәкилдәр килә. Белоруссиянан — ун, Донецк Халыҡ Республикаһынан иһә өс спортсы.

«Чемпионатта 300-гә яҡын атлеттың ҡатнашыуы көтөлә», — тип хәбәр итте Павел Рожков.

https://www.bashinform.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: