Беҙҙекеләрҙән уйындарға терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған, һуҡырҙар, интеллектуаль тайпылыштары булған спортсылар барасаҡ. Улар 9 спорт төрө - еңел атлетика, йөҙөү, өҫтәл теннисы, коляскаларҙа фехтование, велосипед спорты буйынса ярышасаҡ.
«Беҙҙең командала һәр спортсы еңеүгә ынтыла һәм пьедесталдың юғары баҫҡысына күтәрелеүгә лайыҡ. Ә октябрҙә, һәр ваҡыттағыса, иң көслөләр генә еңәсәк. Физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да», - ти 13 тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы, депутат Рима Баталова.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан спортсыларҙы уйынға әүҙем әҙерләнә. Уларға уңыштар юлдаш булһын!
https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-06-27/be-e-paralimpiyasylar-a-u-yshtar-2855895
Фото: Башинформ