-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Июнь 2023, 14:00

Физкультура дәресенә һаулыҡ торошона ҡарап индерә башлайҙар

Дәүләт Думаһы депутаттары бер тауыштан «Граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында» һәм «Мәғариф тураһында» закондарға төҙәтмәләр ҡабул итте.

Физкультура дәресенә һаулыҡ торошона ҡарап индерә башлайҙар
Физкультура дәресенә һаулыҡ торошона ҡарап индерә башлайҙар

Парламенттың матбуғат хеҙмәтенән билдәле булыуынса, төҙәтмәләргә ярашлы, махсус әҙерлеге булған педагогтар һәм башҡалар тәүге ярҙам күрһәтергә мөмкин. Был уларҙың бурысы түгел, ә хоҡуғы ғына.

Хәҙер бала физкультура дәресенә табип һығымтаһы яҙылған ҡағыҙ менән генә инергә тейеш. Уны медицина тикшереүе үткәргәндән һуң бирәләр. Сөнки мәктәптәге бәхетһеҙ осраҡтарҙың күпселеге физик культура дәрестәрендә теркәлә.

Бынан тыш, яңы ҡағиҙәләр буйынса белем биреү ойошмалары уҡыусыларға беренсе ярҙам күрһәтеүҙе тәьмин итергә бурыслы. Был мәктәптәргә генә түгел, балалар баҡсаларына ла ҡағыла.

 

Фото: gimnaziya38.ru

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: