+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Июнь 2023, 12:00

Көтмәгәндә донъя ҡуйған

Рәсәй хоккейсыһы, «Салауат Юлаев»тың элекке һөжүм итеүсеһе Дмитрий Тарасов 44 йәшендә ҡапыл вафат булған. «Салауат Юлаев» командаһында Тарасов 2006-2008 йылдарҙа сығыш яһап, Өфө клубы составында Рәсәй чемпионы була.

Көтмәгәндә донъя ҡуйған
Көтмәгәндә донъя ҡуйған

Хоккейсы Хабаровск мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, «Амур»ҙың капитаны һәм Рәсәй чемпионаттарында үткәрелгән матчтар һаны буйынса клуб лидеры булды. Ул команда өсөн 1997-2006, 2011-2016 миҙгелдәрендә сығыш яһай. Үҙ ваҡытында ул «Динамо» (2008), «Спартак» (2008-2009) һәм «Себер» (2009-2011) өсөн дә сығыш яһаған. Дмитрий Тарасов карьераһын 2017 йылдың ноябрендә тамамлай. Ул Континенталь хоккей лигаһында бөтәһе 379 матч үткәреп, 156 (6294) мәрәй йыйған.

Фото: vesti.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: