Өфөгә 32 илдән 700 ашыу спортсы килде, Рәсәйҙең йыйылма командаһында – 495 кеше, улар өсөн ике меңдән артыҡ көйәрмән янып-көйә. Сурдлимпиясылар насар ишетеүселәр спортының 21 дисциплинаһында иң көслөләр исеме өсөн көрәшә (бадминтон, гандбол, баскетбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, велосипед спорты – маунтинбайк, велосипед спорты – шоссе, пуля менән атыу. Спорт ориентиры, волейбол, каратэ, тхэквандо, фубол, ирекле көрәш, грек-рим көрәше, дзюдо, самбо. Теннис, пляж волейболы, боулинг). Ярыштар Өфөнөң 13 спорт объектында үтәсәк.