+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Октябрь 2023, 11:00

Фигуралы шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары башлана

11 октябрҙә Өфөлә конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса «Ҡурай иле» Бөтә Рәсәй ярыштары башлана. Ярыштарҙы асыу тантанаһы Башҡортостан Республикаһы көнөндә уҙа.

Фигуралы шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары башлана
Фигуралы шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары башлана

Шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһында йәш үҫмерҙәр араһында конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары ойошторола. Спортсыларҙы Олимпия уйындары чемпиондары Алина Заһитова, Виктория Синицина, Никита Кацалапов, Марк Кондратюк, Анна Щербакова, донъя, Европа, Рәсәй чемпиондары, донъя чемпионаттары призёрҙары Александра Бойкова, Дмитрий Козловский, Елизавета Туктамышева, Дмитрий Алиев, Александра Степанова һәм Иван Букин сәләмләйәсәк.

Ярыштар 11 октябрҙә Спорт һарайында (Рихард Зорге урамы, 41) киске 16 сәғәт 45 минутта асыла. Фигуристарҙың сығыштарын 10-14 октябрҙә ҡарарға мөмкин. Ярыштарҙа спорт мастерлығына кандидаттар ҡатнаша. Программала яңғыҙ һәм парлап шыуыу, шулай уҡ боҙҙа бейеү ҡаралған. Билеттар һатыуҙа.

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас: