Эдуард Латипов 10 саҡрым арауыҡты 24:26.1 эсендә үтте. Икенсе булып финишҡа Евгений Сидоров (Красноярск крайы) килде +2.8 (0).Өсөнсө урынды Антон Смольский (Беларусь) алды +9.2 (0).
Ханты-Мансиҙа ныҡ һыуыҡ булыуын, бындай шарттарҙа уҙыштың еңел бирелмәүен билдәләне.
«Еңеүемә шатмын, тырышлығым юҡҡа түгел. Бөгөн ҡыштың тәүге көнө, хәйер, беҙҙең өсөн ул бер ай дауам итә инде. Кәйеф яҡшы, миҙгел уңышлы башланды», — сказал Эдуард Латыпов.
Фото: башинформ