-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Февраль , 11:20

Биатлон буйынса ярыштар башлана

29 февралдән 3 мартҡа тиклем Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй кубогының бишенсе этабы – уҙып барған миҙгелдең йомғаҡлау ярыштары ойошторола.

Биатлон буйынса ярыштар башлана
Биатлон буйынса ярыштар башлана

Финал шәхси ярыштар менән асыла; этап программаһында спринт һәм эҙәрлекләү ярыштары ла бар. Илдең көслө спортсылары араһында ярыштар «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында үткәрелә.

29 февралдә, 11:00 – 12,5 саҡрымға шәхси уҙыш  (ҡатын-ҡыҙҙар), 14:00 –15 саҡрымға шәхси уҙыш (ир-егеттәр)

2 мартта, 11:00 – спринт 10 саҡрым (ир-егеттәр), 14:00 – спринт 7,5 саҡрым (ҡатын-ҡыҙҙар)

3 мартта, 11:00 – 12,5 саҡрымға эҙәрлекләү уҙышы (ир-егеттәр), 14:00 – 10 саҡрымға эҙәрлекләү уҙышы (ҡатын-ҡыҙҙар).

Фото: sport-express.ru

Автор:
Читайте нас: