+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Март , 11:05

"Салауат Юлаевт" тың тренеры вафат...

2011 йылда “Салауат Юлаев” составында Гагарин Кубогын яулаған Константин Кольцов 42 йәшендә вафат булған.

"Салауат Юлаевт" тың тренеры вафат...
"Салауат Юлаевт" тың тренеры вафат...

– Константин Евгеньевич көслө һәм шат күңелле кеше ине, уйынсылар, коллегалар, көйәрмәндәр ҙә уны бик яратты һәм хөрмәт итте. “Салауат Юлаев” составында Рәсәй чемпионатында һәм Гагарин Кубогында еңеүҙәр яуланы. Команданың тренерҙар штабында ҙур эштәр башҡарҙы. Кольцов беҙҙең клуб тарихында мәңгегә ҡаласаҡ, – тип “Салауат Юлаев” хоккей клубы Константин Евгеньевичтың туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша.

Кольцовтың үлем сәбәбе хәбәр ителмәгән.

 

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: