+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Май , 11:00

«1000 велосипедсы көнө» велопарады

Йәкшәмбе, 2 июндә, Өфөлә «1000 велосипедсы көнө» традицион велопарады үткәрелә. Республика велосипедсыларының күләмле сараһында ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһы ла саҡырыла. Ҡатнашыусылар парад менән бергә ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтергә йәки Октябрь проспекты буйлап велоуҙышта ҡатнаша ала.

«1000 велосипедсы көнө» велопарады
«1000 велосипедсы көнө» велопарады

Ойоштороусылар әйтеүенсә, сара 2 июндә иртәнге 7-лә старт алды брифингынан башлана. Артабан сәғәт 8-ҙә Октябрь проспекты буйлап велоуҙышҡа старт бирелә. Велопадҡа йыйылыу иртәнге сәғәт 10-ға тәғәйенләнгән.

«1000 велосипедсы көнө» велопарадына бушлай номерҙарҙы 28 майҙан «Өфө ҡала советы» туҡталышында таратыла.

Сараға теркәлеү телеграм-ботта.

Автор:
Читайте нас: