+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Октябрь , 10:10

Форумға Ил башлығы ла киләсәк!

Бөгөн Башҡортостан Өфөлә 17-19 октябрҙә уҙасаҡ  «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ҡабул итә. Ил башлығы Владимир Путиндың ҡарары буйынса уны үткәреү урыны итеп Өфө һайланды. Форумда донъяның 100 иленән 5 мең делегаттың ҡатнашыуы көтөлә. Өс көн дауамында баш ҡаланың 8 майҙансығында 40-тан ашыу сара ойошторола. Улар араһында  –  спорт ярыштары, мәҙәни программа, эшлекле сессиялар, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышы.

Форумға Ил башлығы ла киләсәк!
Форумға Ил башлығы ла киләсәк!

«Беҙгә донъяның бер нисә тиҫтә иленән 5 меңләп ҡунаҡ  килде. Форум даирәләрендә улар тармаҡ үҫешенең мөһим мәсьәләләрен тикшерәсәк, тәжрибә һәм идеялар менән уртаҡлашасаҡ. Бөйөк спорт геройҙарын – олимпия чемпиондарын, донъя чемпиондарын, билдәле тренерҙарҙы сәләмләүебеҙгә айырыуса шатбыҙ. Ошо көндәрҙә республикабыҙ халҡы тағы ла Башҡортостан данлаған иң яҡшы ҡунаҡсыллыҡ йолаларын күрһәтер тип ышанам», - тип хәбәр итте үҙенең социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров.

«Рәсәй - спорт державаһы» форумы, ғәҙәттәгесә, ил етәксеһе ҡатнашлығында уҙа. Өфөлә Владимир Владимирович Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышын үткәрәсәк.

«Беҙ дәүләт башлығына Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан төҙөлгән ҙур спорт объекттарын күрһәтсәкбеҙ. Улар –  Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге һәм Ишеү слаломы комплексы. Ошо заманса универсаль спорт комплекстары форумдың бик шәп мираҫы, балаларыбыҙ спортҡа килһен һәм иң яҡшы шарттарҙа шөғөлләнә алһын өсөн тағы ла бер стимул буласаҡ», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

 

Форумға Ил башлығы ла киләсәк!
Форумға Ил башлығы ла киләсәк!
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: