-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Февраль 2025, 11:00

«Беҙ бергә. Спорт»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаңғырауҙар Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһында ҡатнашыусыларҙы ишаралар телендә сәләмләне.

«Беҙ бергә. Спорт»
«Беҙ бергә. Спорт»

Өфөлә «Беҙ бергә. Спорт» беренсе Бөтә Рәсәй ҡышҡы Спартакиадаһы старт алды, унда Рәсәйҙең 32 төбәгенән 800-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша. Баш ҡаланың һайланыуы юҡҡа түгел. 2023 йылда сурдоолимпиецтарҙың Йәйге уйындары, былтыр "Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы уңышлы үткәйне. Спартакиада программаһында футзал, тау саңғыһы, шахмат, хоккей, керлинг, сноуборд ҡаралған. Ярыштар Өфө, Ишембай ҡалаларының спорт объекттарында үтә. Спартакиада 16 февралгә тиклем дауам итәсәк.

https://ye102.ru/

Фото: башинформ

Автор:
Читайте нас