-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Март 2025, 10:00

86 йәшлек көйәрмән

«Салауат Юлаев»тың тоғро көйәрмәне Рәшиҙә Мортазина Григорий Паниндың саҡырыуы буйынса яратҡан командаһының уйынына килде. 86 йәшлек көйәрмән юлаевсыларҙың көсөргәнешле алышта Минскиҙың «Динамо»һын еңеүенә ҡыуаныуын белдерҙе. «Бик борсолоп ҡараным. Ғәҙәттә, өйҙә хоккейҙы тыныс ҡына ҡарайым, ә бында хатта тауышымды юғалттым. Башҡа көйәрмәндәр менән бергә ҡысҡырҙым, көйҙөм. Беҙҙең хоккейсылар иң яҡшыһы!» — тип уртаҡлашты тәьҫораттары менән Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы.

86 йәшлек көйәрмән
86 йәшлек көйәрмән

Матчтан һуң команда капитаны Григорий Панин менән һаҡсы Алексей Василевский Рәшиҙә инәйгә бүләк яһай – уға үҙенең исеме һәм йәше яҙылған футболка бүләк итәләр. Хоккейсылар автографтарын ҡалдырып, тағы ла өйҙә үткән уйындарға килергә саҡырҙы. Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы юлаевсыларға яңынан-яңы еңеүҙәр теләп, «Салауат Юлаев – чемпион!» тип ҡысҡырҙы. 

Быға тиклем юлаевсылар тоғро көйәрмәне Рәшиҙә Мортазина менән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан осрашҡан булған. Уның менән хоккей, «юлаевсылар»ҙың уңыштары һәм плей-оффҡа булған өмөттәр хаҡында һөйләшеп ултырғандар. Афарин, Рәшиҙә апай!

 

Автор:
Читайте нас