-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ғинуар , 10:45

Семён Елистратов боҙ шоуында ҡатнаша

Өфөнән олимпия чемпионы Семён Елистратов Беренсе каналда «Боҙлоҡ осоро» спорт-күңел асыу шоуының яңы миҙгелендә ҡатнашты. Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, спортсы олимпия чемпионы Татьяна Волосожар менән парҙа сығыш яһай.

Семён Елистратов боҙ шоуында ҡатнаша
Семён Елистратов боҙ шоуында ҡатнаша

Шоуҙың премьераһы 24 ғинуарҙа була. Бөтәһе 10 парҙың сығыш яһауы көтөлә.

«Был минең өсөн яңы саҡырыу. Мин үҙемде күрһәтергә һәм шорт-трек, фигуралы шыуыу көйәрмәндәрен хайран ҡалдырырға тырышырмын. Мин ныҡ борсолам һәм тулҡынланам: был минең өсөн бөтөнләй яңы спорт төрө һәм шәп саҡырыу», – тип билдәләне Семён социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

 Фото: башинформ

Автор:
Читайте нас