-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
13 Ғинуар , 09:00

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

Хөрмәтле матбуғат ветерандары, журналистар, матбуғат өлкәһендә эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәр! Һөнәри байрамыбыҙ – Рәсәй матбуғаты көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Гәзит-журналдарҙа, радио һәм телевидение өлкәһендә меңдәрсә журналист эшләй, һәр ҡайһыһы үҙ урынында һөнәри бурысын оҫталыҡ менән үтәй. Халыҡты мәғлүмәтле итеү, уның рухи байлығын арттырыу, һәр яңылыҡтың асылына төшөнөргә ярҙам итеү журналистан күп яҡлы белем, тормош тәжрибәһе, яңы техник мөмкинлектәрҙе һөҙөмтәле файҙаланыуҙы талап итә. Бөгөнгө заман кешеһенең тормошо интернет, электрон мәғлүмәт сараларына нәҡ бәйле булыуға ҡарамаҫтан, йәшәйешебеҙҙе гәзит-журналдарҙан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин дә түгел. Һәр һүҙгә һаҡ ҡараш, яуаплылыҡ, уҡыусыларға, тыңлаусыларға, ҡараусыларға ҡарата хөрмәт, һөнәри оҫталыҡ талап итә.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в