-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
4 Апрель 2022, 10:00

Муса Гәрәевтың 100 йыллығына спектакль сәхнәләштерелә

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Фәрит Әхмәҙиевтың осоусы-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың хәтирләренә таянып яҙылған пьесаһы буйынса «Герой йондоҙо» спектаклен әҙерләй.

Муса Гәрәевтың 100 йыллығына спектакль сәхнәләштерелә
Муса Гәрәевтың 100 йыллығына спектакль сәхнәләштерелә

Хәрби осоусының 100 йыл тулыуына арналған премьера 2022 йылдың 6-7 майында була.

Легендар осоусының яҙмышы һоҡланғыс. Хәрби юлдың бөтә ауырлыҡтарын үткән Муса Гәрәев бик күп наградалар алған, бер тапҡыр ҙа яраланмаған. 22 йәшендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булып, һуғыш тамамланыуға эскадрилья командиры дәрәжәһенә күтәрелә. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина, рәссамы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлиә Ғиләжева. Әҫәрҙе башҡорт теленә актер Рәмзил Сәлмәнов тәржемә иткән, режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев.

Фото: prufy.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в