-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
6 Апрель , 13:00

Хәтер кисәһенә килегеҙ!

14 апрелдә Өфө “Нур” татар дәүләт театрының Кесе залында шағир Рәдиф Тимершиндың ижад һәм хәтер кисәһе уҙасаҡ.  Сатира һәм юмор баҫмаһы “ҺӘНӘК”кә байтаҡ ҡына ғүмерен бағышлаған Рәдиф ағайға быйыл 85 йәш тулған булыр ине.

Хәтер кисәһенә килегеҙ!
Хәтер кисәһенә килегеҙ!

Ул шағир, сатирик һәм юморист ҡына түгел, ә тәржемәсе лә булды. Юмор  һөйөүселәр уны әсе телле фельетондары, сатирик хикәйәләре аша яратты.

 “Атылдым ғәләм ҡосағына” тип исемләнгән сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов, Марсель Сәлимов, шағирҙар Илдус Фазлетдинов, музыканттар Айҙар һәм Алмаз Юнысовтар, Зәлиә Хисами һәм “Нур” тетры артистары ҡатнашасаҡ. Кисә республиканың Яҙыусылар берлеге һәм Өфө "Нур" театры тарафынан ойошторола.

Кисә 15.00. сәғәттә башлана. Инеү ирекле. Килегеҙ!

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в