+12 °С
Дождь
Сәйер хәлдәр
29 Апреля , 09:25

Ҡатын-ҡыҙға үпкәләп...

Нәмә сыҡһа, шул ҡытайҙарҙан сыға инде! Күптән түгел унда бик ғәжәп хәл булған: 31 йәшлек инженер Чжэн Цзяцзя робот-ҡыҙ эшләгән һәм уға өйләнгән.

Ҡатын-ҡыҙға үпкәләп...Ҡатын-ҡыҙға үпкәләп...
Ҡатын-ҡыҙға үпкәләп...

Роботҡа ул “ИнИн” тигән исем биргән, туған-тыумасаһын саҡырып, кәләше менән таныштырған. Ҡарап тороуға робот тере ҡыҙға оҡшап тора, ти. Ул һүрәттә нимә төшөрөлгәнен аңлай, ҡытай иероглифтарын уҡый белә.

Чжэн кәләшен тағы ла камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Ул уны йөрөргә, йорт эштәрендә ярҙам итергә өйрәтмәксе. Быға тиклем ҡатын-ҡыҙ заты менән Чжэндың бер ҙә борсағы бешмәгән икән, шуға ла ул үҙенә идеаль тормош юлдашын үҙ ҡулдары менән эшләргә булған.

Фото: https://altapress.ru

Автор:
Читайте нас