-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Декабрь 2021, 17:50

Һыуытты

Бик ҡаты бурандарҙан һуң республикала шаҡтай һыуытып ебәрҙе. Хәйер, быны үҙебеҙ ҙә һиҙеп торабыҙ.

Һыуытты
Һыуытты

28 декабрҙән алып 30-на тиклем һауа температураһы төнөн – 18, – 23-тән алып – 22, – 27 градусҡа тиклем төшәсәк, аяҙытҡанда – 30, – 35 градусҡа етә. Көндөҙ һауа температураһы – 15, - 20-нән алып – 18, – 23 һалҡын тәшкил итә.

Иҫке йылдың һуңғы көнөндә йылы һауа массалары йоғонтоһо аҫтында һалҡындар һындырасаҡ.

Әлегә билдәле мәғлүмәттәр буйынса, Яңы йыл төнөндә аномаль һауа торошо күренештәре көтөлмәй. Уртаса һалҡын була, тип әйтәләр синоптиктар. Һауа температураһы – 10, – 15, урыны менән – 20 градус тирәһе. Ә Яңы йылдың беренсе көнөндә термометр бағаналары –6, – 11 күрһәтә, ҡыҫҡа ваҡытлы ҡар яуып, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

Фото: fotostrana.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: