-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Ғинуар 2022, 11:10

Өфөлә спорт көрәше үҙәге төҙөләсәк

Ил Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустиндың ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Өфөлә Спорт көрәше үҙәген төҙөү өсөн федераль бюджеттан 1,1 миллиард һум аҡса аласаҡ.

Өфөлә спорт көрәше үҙәге төҙөләсәк
Өфөлә спорт көрәше үҙәге төҙөләсәк

Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәге баш ҡалалағы Октябрь районының Глумилин биҫтәһендәге Гәрәев – Архитектор Рехмуков – Рудольф Нуриев – Комсомол урамдары кварталында төҙөләсәк. Килешеүҙең башланғыс максималь хаҡы 5,3 миллиард һум тәшкил итә.

Әйткәндәй, спорт объекттарын төҙөү өсөн федераль аҡсаны илдең тағы бер нисә төбәге аласаҡ. Өс йыл буйы Рәсәй Хөкүмәте 6 миллиард һумдан ашыу аҡсаны тап ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтәсәк. Өҫтәүенә, бындай спорт объекттарының төҙөлөп сафҡа инеүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.

Фото: ufa.dixinews.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-01-07/sport-k-r-she-ge-t-l-s-k-2646268

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: