Былтыр йәй бер аҙнала ғына егермеләп кеше һыуға батҡан. Мәрхүмдәрҙең күбеһе һыуға эскән килеш төшкән. Һыуға батҡандарҙың байтағы – эш кешеләре, йәштәр һәм хеҙмәткә яраҡлылар. Уларҙың һәр береһенең ғаиләләре ҡалған. Ҡайғылы һандарға ҡышын да тынғы юҡ, йыл башынан ете кеше тереләй утта янған, ун дүрт кеше юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булған. Үлем осраҡтарының төп сәбәбе булып эскелек һәм яуапһыҙлыҡ тора.
Үҙ ғүмере өсөн һәр кем үҙе яуаплы.