+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ғинуар 2022, 10:30

Рәхмәт әйтергә онотмайыҡ!

Бөгөн донъя халҡы рәхмәт әйтеү көнөн билдәләй. Ҡыштың был көнө асыҡ күңелле кешеләрҙең яҡтылығы һәм йылыһы менән тулған, теләктәрҙең ихласлығы менән һуғарылған.

Рәхмәт әйтергә онотмайыҡ!
Рәхмәт әйтергә онотмайыҡ!

“Рәхмәт” һүҙен һәр милләт үҙ телендә ҡабатлай: "спасибо", "grazie", "danke", "thank you", "merci"…

Әйҙәгеҙ әле, бөгөн бер-беребеҙгә ихлас булып, йылмайып өндәшәйек. Рәхимле булайыҡ, Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тиҙәр бит.

РӘХМӘТ

Ғүмеремдең төрлө сағы булды,
Уҡмашҡаны булды яҙ, ҡышым,
Көн менән төн алмашҡаны булды –
Төрлө кәртә ҡорҙо яҙмышым.

Ул ҡолата һуҡты – тороп баҫтым!
Ул үлтерҙе – ҡабат терелдем!
Иң ауырын бирҙе юғалтыуҙың,
Йәшәү ҡәҙерҙәрен мин белдем.

…Рәхмәт менән таңда күҙем асам,
Шөкөр итәм тапҡан малыма,
Шуға күрә бәхет һандуғасым
Һайрай ҡунып күңел талыма.

Шуға күрәм донъя матурлығын!
Беләм туған-дуҫтың ҡәҙерен!
Шуға һәр саҡ аяҙ күңел күгем,
Ошо хаҡта булыр нәҙерем.

Шөкөр – донъяларҙа йәшәп ятам,
Камил аңым, теүәл ағзалар,
Һулар һауам таҙа, һыуым – татлы,
Урап үтә, шөкөр, ҡазалар.

Риза булып йәшәү – үҙе бәхет,
Рәхмәт ишетеүе – һай, рәхәт!
Рәхмәтлемен бөгөн яҙмышыма,
Эй Хоҙайым, һиңә мең рәхмәт!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото: catherineasquithgallery.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: