-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Ғинуар 2022, 11:05

23 йәшлек Мәҙәниәт министры

Чечня башлығы Рамзан Ҡадиров ҡыҙы Айшатты төбәктә Мәҙәниәт министры итеп ҡуйыуының сәбәбен әйткән.

23 йәшлек Мәҙәниәт министры
23 йәшлек Мәҙәниәт министры

Ул ҡыҙының ошо өлкәләге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә уңыштарын күреүен дә белдерә. “Мин был вазифаға кемде ҡуяйым икән, тип оҙаҡ уйланым. Айшат Мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары булып эшләгәндә, уның уңыштарын күрҙем. Әлегә тиклем бер кем дә иҫәпкә алмаған проблемалы мәсьәләләргә иғтибар итте: китапхана, музей, театрҙарҙы үҫтереү йүнәлешендә күп эшләне”, – ти Рамзан Ҡадиров.

Чечня башлығы әйтеүенсә, уның өҫтәлендә ҡыҙының ике ғаризаһы ята. Береһе – минең исемгә, икенсеһе Мөслим Хучиев (хакимиәт рәйесе) исеменә. Әгәр ҙә ул был урында үҙен күрһәтә алмаһа, теләһә ҡайһы ваҡытта эштән китеүен һорарға мөмкинбеҙ

Айшат Ҡадирова 1998 йылдың 31 декабрендә тыуған. 2020 йылдың сентябренән Чечня Мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары, ә 2021 октябрендә  Мәҙәниәт министры итеп тәғәйенләнгән.

Фото: https://mk-chr.ru        

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: