-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Ғинуар 2022, 20:31

Ишетмәһәң-ишет! ИКЕ ЙӨҘ СИРЛЕ, УН МӘРХҮМ

Был һандар һеҙҙә нисектер, беҙҙә төрлө тойғолар уята. Сөнки был һандар, бер яҡтан ҡараһаң, ҡыуандырған һымаҡ, һәр хәлдә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо уятыуы ихтимал. Икенсе яҡтан ун кеше үлгән, ун йортҡа, ун ғаиләгә, ун ағай-энегә кеше күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы килгән. Ә һүҙ тажлы зәхмәт һымаҡ сир йоҡторған кешеләр һәм шуның һөҙөмтәһендә вафат булғандар хаҡында бара. Кешеләр бөгөн урамда нисә градус һыуыҡ булыуына, йәки кеҫәһендә күпме аҡса ятыуына иғтибар итмәй. Көн һайын нисә кеше сирләүе, нисә кешенең вафат булыуы хаҡында белергә теләй.

Ишетмәһәң-ишет! ИКЕ ЙӨҘ СИРЛЕ, УН МӘРХҮМ
Ишетмәһәң-ишет! ИКЕ ЙӨҘ СИРЛЕ, УН МӘРХҮМ

Күңелде шул әүрәтә, көндән-көн сир йоҡтороусылар һәм мәрхүмдәр һаны кәмей бара. Әле ике-өс ай элек кенә сирлеләр һаны көн һайын 450–500-гә артһа, утыҙ-ҡырҡлап кеше үлһә, ана бөгөн ике йөҙ сирлене дауаларға ҡабул иткәндәр. Ун мәрхүмде һуңғы юлға оҙатыр өсөн ҡайғынан шаңҡып ҡалған яҡындарына тапшырғандар.

Һандар сирҙең контролдә булыуы, дәүләттең уны еңеүгә ҙур көс һалыуы хаҡында һөйләй. Халыҡ, үҙе лә һиҙмәҫтән, үлемгә ҡарата битарафланыуын һиҙә. Кешеләр үлмәгән дә һымаҡ, әйтерһең дә, улар ҡайҙалыр киткән һәм исемлектән төшөп ҡалған ғына. Ниндәй күңелһеҙ һәм ҡайғылы сағыштырыу. Ә элек бындай сирҙәр хаҡында белмәй, күңелле һәм вайымһыҙ йәшәгәнбеҙ.

 Ә алда беҙҙе нимә көтә?

Өс кеше ана омикрон менән сирләп ҡайтҡан. Ғинуар аҙағына сирҙең көсәйеүе ихтималлығы хаҡында киҫәтәләр. Эй, Аллаһым, кешеләргә һаулыҡ бир.

Бер үлем – ҡайғы, ике үлем – статистика, ти ҡайһы берәүҙәр мәшһүрҙәргә һылтанып. Шулай булмаһын ине. Тормош, донъя, йәшәйеш матур. Киләсәктә лә яҡындар менән бергә ҡыуана-ҡыуана йәшәргә насип итһен.

Иҫән-һау булығыҙ!

 

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: