Юлдарҙа ҡар көрттәре хасил булып, боҙлауыҡ хәүефе лә янай. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 7 – 12 метр тиҙлектә, урыны менән көсәйеп, 18 метрға тиклем етеүе ихтимал. Һауа температураһы төнөн – 12 – 17, аяҙытҡанда – 22, көндөҙ – 8, – 13 буласаҡ.
Шуны ла әйтергә кәрәк, юлдарҙың айырым өлөштәрендә төнөн һәм иртән ҡар яуыу сәбәпле күренеүсәнлек насараясаҡ. Юларҙа айырыуса һаҡ булайыҡ, дуҫтар!
Фото: fotokto.ru