+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Ғинуар 2022, 12:07

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Ишетмәһәң – ишет!

Эре мөгөҙлө мал? Ул нисек була? Элек хәбәрселәр ташҡа баҫылған һәр һүҙе өсөн яуап бирә торғайны. Заман үҙе үҙгәрештәр индерә, хатаһын түгел, гәзитте күргәндәр бик һирәк. Һәр хатаһын тотоп, редакцияға  хәбәр итеүселәр ҙә юҡ. Әле ҡасан ғына Рәшит Шәкүр, Абдулла Исмәғилев, Дәүләт Мәһәҙиев һәм башҡалар артабан хаталанмаҫлыҡ  итеп иҫкәртмә яһай  торғайнылар. Шулай булмаһа,  әйләнгән һайын эре мөгөҙлө мал, һыуҙа йөҙөүсе ҡош-ҡорт, ит һуйыу кеүек һүҙбәйләнештәр күренмәҫ ине.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ   Ишетмәһәң – ишет!
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Ишетмәһәң – ишет!

Ғәмәлдә, беҙҙә өйрәк-ҡаҙҙан башҡа нимә йөҙһөн, һуғымдан тыш нимә һуйылһын. Әлеге ише хаталар ниңә китә  һуң? Журналистикаға яңы быуын хәбәрселәр көслө тулҡын булып килә. Бына ғәжәп, йәштәрҙе эштең ауырлығы ла, аҡсаның наҡыҫлығы ла өркөтмәй. Улар ҡағыҙ- ҡәләмде белмәй, компьютерҙа яҙа, мәҡәләне һанаулы ваҡытта гәзит битенә ҡуя, йә социаль селтәргә оҙата, хатта  яҙғанын уҡып тормауы ла ихтимал. Ләкин уҡырға, һүҙлеккә күҙ һалырға  тура киләсәк. Сөнки беҙгә яғымлы һәм һутлы телебеҙҙең моңон, ҡабатланмаҫ матурлығын һаҡлау, килер быуындарға еткереү бурысы йөкмәтелгән.

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: