“ВАЗ” хужаһы “Мерседес” янынан үтә.
– Был халыҡ аҡсаны ҡайҙан ала икән?! Мин көнө буйы баш күтәрмәй эшләйем, өҫтәүенә, йәйгеһен баҡсала бил бөгәм. Тапҡаным ғаиләне аҫрарға, машинаға бензин ҡойорға ғына етә. Отпуск тураһында әйтеп тә тормайым…
“Мерседес” хужаһы олоғара коттедж янынан үтеп бара. Ишек алдында – “Порше”, “Феррари”, “Мазерати”.
– Был халыҡ аҡсаны ҡайҙан ала икән?! Мин ҡулымдан килгәнсә тырышҡан булам. Өсөнсө ресторан астым. Ҡатыным икенсе йыл инде бер үк тунда йөрөй.
Олоғара коттедждан “Порше”ла сыҡҡан чиновник гаишниктар оҙатыуында оҙон тығынды урап үтә.
– Мин шундай закон уйлап сығарасаҡмын, барыһы ла йәйәү йөрөйәсәк. Ә улар һаман машинала елдерә. Был халыҡ аҡсаны ҡайҙан ала икән?!
ЮЛАМАН.