+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ғинуар 2022, 11:07

ИРЕМ БӘПЕСЛӘП ЯТА

– Ирең ни эш бөтөрә, әхирәт? – Бөтөрмәй, бәпесләп ята. Ошондай йөкмәткеле һөйләшеүҙәр көндән-көн йышыраҡ ишетелә. Ниһайәт, ул көн беҙгә лә килеп етте. Был хаҡта һандар яҡшыраҡ һөйләй. Былтыр Башҡортостанда 400-ҙән ашыу ир-егет эшкә йөрөү урынына бала ҡарау өсөн декрет ялында ултырған. Көнбайышта күптән ғәҙәти хәлгә әүерелгән был күренеш беҙҙә нисек тамыр йәйә, атайҙар ризамы, ә әсәйҙәр ҡәнәғәтме?

ИРЕМ БӘПЕСЛӘП ЯТА
ИРЕМ БӘПЕСЛӘП ЯТА

Иң тәүҙә һылтауҙарын асыҡлайыҡ. Атайҙар ни өсөн әсәйҙәр урынына һонола? Һеҙгә оят түгелме, көслө зат?! Иң өҫтә иҡтисади-финанс сәбәптәр ята. Әсә кеше, мәҫәлән, фирманың йәки компанияның алыштырғыһыҙ иҡтисадсыһы һәм финанс «акула»һы. Ундайҙарға алмаш табыуы ифрат ҡыйын. Үҙен көслө һәм булдыҡлы күрһәткән менеджерҙар ҙа етерлек. Ундайҙарҙың ике-өс йыл декрет ялында түгел, ялға йәки отгулға киткән сағында ла юҡлығы үҙен һиҙҙерә. Уларһыҙ эш туҡтала, зыян килә, хаталар ишәйә. Ә шундай яуаплы ваҡытта предприятиеның яҙмышын хәл  итер ханым бала ҡарап ятһын әле! Билдәле, шеф кабинетында үкерә һәм белгесте тиҙ арала эшкә саҡырырға бойороҡ бирә, премиялар вәғәҙә итә. Бойороҡ үтәләсәк һәм ғаиләнең иҡтисади хәлен дә нығытасаҡ, әгәр ханымдың ире ҡатынынан бер нисә тапҡырға кәмерәк эш хаҡы алһа һәм әсә ролен үтәүгә ризалыҡ бирһә.

Ғәмәлдә күренеүенсә, бала ҡараусы яллау мәсьәләне хәл итмәй. Кем тура килә бит әле. Бындай ауыр эш өсөн сәғәтенә 200–300 һумға тиклем аҡса һорайҙар. Көнөнә 1,5–2 меңгә тиклем аҡсаңды әҙерлә. Айына 45–60 мең һум түләргә тура килмәгәйе. Аҡсаһы табылыр, тәрбиәсеһе лә ышаныслы күренер, ләкин уның артынан уҡ кисә генә анау кәштәгә һалып ҡуйған гәүһәр алҡаларың, аш бүлмәһенән көмөш ҡалағың юғалһа, был эшкә үҙең генә тотоноу мең артыҡ түгелме?

Ярай, хәл иттегеҙ, эшкә сығаһығыҙ, ир документтар рәсмиләштерелгәндән һуң бәпесләргә риза, борсолоуын һиҙҙермәҫкә тырыша, ләкин ара-тирә уфтанып ҡуйыуы ғына шикләндерә.

Ә бәпәй нимә эшләй инде? Ашай ҙа йоҡлай һәм туҡтауһыҙ йүргәк яңыртыуҙы талап итә. Быныһына ғына түҙергә була, ана памперсты уйлап сығарған кешегә рәхмәт, үҙенә генә әллә нисә күнәк һыу һыя.

Кем бала тапҡан, үҙе генә белә. Ысынбарлыҡ күпкә ҡыйыныраҡ һәм ҡатмарлыраҡ. Төндә уяна, бер минутҡа ла күҙ яҙлыҡтырып булмай, мышҡылдай, үҙенсә ризаһыҙлыҡ белдерә һәм илай башлауы ихтимал.

Ә бала бағыусы ирҙең үҙ мәшәҡәттәре. Эшләгән иптәштәрен юҡһына, һыраһын һағына һәм шым ғына ҡасыу юлдарын эҙләй. Ә бисәһе, эшем эйәһе, нимә уйлай һуң? Ул ни донъя рәхәтенә сыҡты. Дүшәмбенән бер аҙнаға командировкаға китә. Ярай әле шеф менән түгел. Биш көн ни үтте лә китте, ҡәнәғәт, шат һәм ҡап-ҡара булып ҡайтып төштө. Әлбиттә, бәпәйен һағынған. Нимә бәпәй, ул әсәһен күптән онотҡан, үҙен ят итә һәм үкереп илап, атаһына һонола.

Ошондай ауыр хеҙмәттән һуң күпселек атайҙар ниндәй һығымта яһай һуң? Иң беренсеһе, ҡатын-ҡыҙҙы һәр ваҡыт хөрмәт итергә кәрәк. Бала тәрбиәләү бик ауыр эш, ләкин башыңа төшһә, уны ир-ат та башҡара ала. Ҡайһы ваҡыт ирҙәр үҙҙәренең төп профессияһын онота, хатта баш тартырға тура килә. Шул уҡ ваҡытта бала ҡараған ирҙе һуңынан иң ауыр эштәргә, асфальт түшәргә, хатта таш ватырға ҡушырға мөмкин. Ир-ат бындай эштәргә үҙен ҡорбан итергә әҙер, ләкин йәмғиәт быны баһалай белмәй. Хатта ҡатыны ла, һиңә ошо эште ышанып тапшырырға мөмкин түгел, тип мыжыуы ихтимал.

Ә һеҙ иғтибар итмәгеҙ. Һеҙҙең осраҡта иң мөһиме – түҙемлелек.

 

                 Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: