Ниндәй генә заманалар килгәндә лә, ниндәй генә йәшәйештәр хөкөм һөргәндә лә, кешеләр күңелендә уйын-көлкөгә, шаярыуға һәм төртмә телгә урын бар. Юмор ул – донъяларҙы яҡтыртып, ауырлыҡтарҙы еңеләйтеп, күңелдәрҙе асып ебәрә торған бер ҡөҙрәт. Ә “Һәнәк” журналы бына ошо ҡөҙрәттең инеше лә инде. Журналда һеҙ йыл әйләнәһенә ҡыҙыҡлы, мажаралы, көлкөлө әҫәрҙәр уҡып рәхәтләнә, карикатуралар, сатирик һүрәттәр ҡарап кинәнә алаһығыҙ. “Һәнәк” сайтында яңылыҡтарҙан башлап күләмле әҙәбиәткә тиклем бар. Яңы видеолар, көләмәстәр, юмористик хикәйәләр, шиғырҙар, һүрәтләмәләр, фельетондар һәм башҡа һеҙҙең кәйефегеҙҙе табыр яҙмалар интернет төркөмдәрендә туҡталмай. Бында шулай уҡ һеҙҙең дә ижад урын таба, дуҫтар.