+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Февраль 2022, 17:15

Ҡарале, башы эшләгән тиһең...

Екатеринбург ҡалаһының “Пятерочка” магазинында администратор вазифаһын башҡарған егет 400 мең һум аҡса урлауҙа ғәйепләнә. Егет акциялар һәм ташламалар менән бәйле мутлашыу схемаһы уйлап тапҡан.

Ҡарале, башы эшләгән тиһең...
Ҡарале, башы эшләгән тиһең...

Магазинда акция буйынса хаҡы төшкән тауарҙарҙы үҙенә йә башҡа таныш кешегә һатылды, тип аҡса индергән. Күпмелер ваҡыттан һуң уларҙы кире ҡайтарған, тик акция хаҡы буйынса түгел, ә тулы хаҡ менән. Ә хаҡ айырмаһы кеҫәһендә ҡала. Һөҙөмтәлә, һатыусы тотола һәм уның 400 мең һумдан ашыу аҡса үҙләштереүе асыҡлана.

 Мутлаушыусы тәүҙә “Пятерочка”ла һатыусы-кассир булып эшләгән, һуңғараҡ администратор вазифаһына күтәрелгән. Эшкә урынлашҡанда матди яуаплылыҡ тураһында килешеүгә ҡул да ҡуйған. Енәйәт ҡылған өсөн уға алты йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.

Фото: phonoteka.org

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: