+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Февраль 2022, 14:00

Бушлай интернет

Башҡортостанда йәшәүселәр телефондарында бөтөнләй аҡса булмаһа ла, Рәсәй интернет сервистарына инә аласаҡ.

Бушлай интернет
Бушлай интернет

Бәйләнеш операторҙары  «Дәүләт хеҙмәттәре»нә һәм «Бәйләнештә» социаль селтәренә бушлай инеү мөмкин, тип хәбәр итә. Мәҫәлән, 1 февралдән МТС операторҙары үҙҙәренең абоненттары өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» сайтына 

һәм kremlin.ru ресурсына бушлай инеү мөмкинлеге бирҙе. 23 февралдән шулай уҡ «Бәйләнештә» социаль селтәренә лә шулай инеп буласаҡ.

«Дәүләт хеҙмәттәре» сайты һәм «Бәйләнештә» социаль селтәре 2022 йылдың ғинуарынан Хөкүмәт раҫлаған социаль әһәмиәтле сайттар исемлегенә индерелгәнен беләһегеҙҙер.

Был сайттарҙы компьютер йә иһә смартфон браузерында, шулай уҡ рәсми ҡушымтала асырға кәрәк буласаҡ.

Түбәндәге карточкала бушлай интернетҡа тоташтырыу схемаһы күрһәтелгән.

https://yanshishma.com/news/t-rl-n-n/2022-02-14/bushlay-internet-ha-ynda-2692482

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: