+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Март 2022, 12:00

8-16 йәшлек балаларға яңы түләүҙәр

Һигеҙ йәштән ун алты йәшкә тиклемге балаларға ай һайын аҡса түләнәсәк. Был хаҡта Ил башлығы Владимир Путин хәбәр итте.

8-16 йәшлек балаларға яңы түләүҙәр
8-16 йәшлек балаларға яңы түләүҙәр

“Беҙ яңы ҡарар ҡабул итергә тейешбеҙ тип һанайым – 8 йәштән 16 йәшкә ҡәҙәр балаларға түләүҙәр билдәләргә. Был килемдәре түбән булған ғаиләләр өсөн ярҙам буласаҡ. Әлеге сара 1 апрелдән эшләй башлаясаҡ, ә ғаиләләр тәүге түләүҙәрҙе май айында аласаҡ”, – тине ул.

Дәүләт Башлығы билдәләп үтеүенсә, бөгөн илдә йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм аҙ килемле ғаиләләр өсөн ай һайын бирелгән түләүҙәр ғәмәлдә. Бынан тыш, Рәсәй Президенты 8 – 16 йәшлек балалар тәрбиәләүсе яңғыҙ ата-әсәләргә ярҙам итеү тураһында иҫкәртте.

“Үҙ яғынан дәүләт ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйәсәк. Был – беҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәребеҙҙең береһе”, – тине Владимир Путин.

Фото: pixabay.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: