+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Апрель 2022, 10:00

Һаҡ булайыҡ – яҙғы ташҡын!

Яҙ һаман да үҙенекен итер инде, ҡапыл ғына ирегән ҡар һыуҙары, йылғаларҙың ташыуы бәлә-ҡаза һалмай ғына үтеп китһен ине лә бит.

Һаҡ булайыҡ  – яҙғы ташҡын!
Һаҡ булайыҡ – яҙғы ташҡын!
Тик тәбиғәттең холҡон алдан фаразлап бөтөп тә булмай шул. Ана шул ташҡын һыуҙары кешеләргә өҫтәмә мәшәҡәттәр генә түгел, ҡайһы саҡ ҙур ҡурҡыныс та алып килә.
Сер түгел, күбебеҙ яр ситенән йылғала боҙ киткәнен күҙәтергә күнеккәнбеҙ. Әлбиттә, быны ҡарап тороуы күңелле һымаҡ, ләкин ҡапыл көтмәгәндә муртайған яр ишелеп төшөргә мөмкин, бындай урындарҙа һаҡ булығыҙ! Бигерәк та балалар һыу буйҙарында йөрөргә ярата һәм бәхетһеҙлек осраҡтары улар менән йышыраҡ килеп сыға. Йылға, күл буйҙарында уйнап, аҡҡан боҙ өҫтөнә лә менеп китәләр. Бәхетһеҙлек осраҡтары булмаһын өсөн алдан тыйырға кәрәк. Ата-әсәләр, уҡытыусылар балаларға аңлатыу эштәре алып барып, киҫәтеп ҡуйырға бурыслылыр.
Һыуға батып барыусыларға, бәләгә тарыусыларға ярҙам итеү – изге эштәрҙең береһелер. Әммә күңелһеҙ ваҡиғалар булмаһа, тағы ла һәйбәт, шуға күрә яҙғы ташҡын ваҡытында бик һаҡ булырға, үҙеңде лә, башҡаларҙы ла бәлә-ҡазаларҙан һаҡларға кәрәк.
 
Фото: ufa.aif.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: