

Ҡоролма билдәләнгән урында һаҡланасаҡ һәм хәрби хеҙмәткәргә билдәле бер көн тәртибендә биреләсәк. Смартфондарҙы үҙең менән алыу, бүлексәләрҙең дислокация урындарында фото һәм видеоға төшөрөү тыйыла.
Бынан тыш, мобилизацияланғандар үҙ кейем-һалымын алырға мөмкин. “Хәрбиҙәр кейеме һәм экипировкаһы, барлыҡ төр аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителә. Әгәр ҙә хәрби хеҙмәткәрҙең үҙ экипировкаһы бар икән, ул уны ҡуллана ала”, – тиелә хәбәрҙә.
Тағы ла шуны иҫкәртәйек, граждандарҙы өлөшләтә мобилизациялау тәртибенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе оператив хәл итеү һәм аңлатыу өсөн хөкүмәт тарафынан колл-үҙәк төҙөлдө. Уның номеры – “122”. Унда ойошмалар вәкилдәре ла, граждандар ҙа кәрәкле мәғлүмәт алыу өсөн мөрәжәғәт итә ала.
Фото: m.dzen.ru