+25 °С
Облачно
Төрлөһөнән
3 Октября 2022, 05:18

“БАХМУР”, йәки БИКЙӘНГӘ БАРЫУ

Берендә Бикйәнгә барҙым. Буранбай бажаларға. Барғансы баҫып барҙым. Бынау Байбулдин билет бирмәй, бер быуа бауылдаштыҡ. Байғужанан Байрас балаһы бирле Барый, бутылкаһын болғап, башын бәргәнгә бурылдап, беҙҙең бикйәндәргә бәйләнеп бер булды. Барыуын барҙым. Бикйәндә – буран. Бажаларға барһам, балдыҙым, билен биштән быуып, бишбармаҡ бешереп, билмәнен боҫоратып, бауырһағын баллап бер була. Буранбай бажа бауылдай ҙа башланы: “Бәй, буран булһа ла бажа бирешмәй, байрамды белгән. Беҙҙең Бикйән балаһы бит Баязит бажа!”

“БАХМУР”, йәки БИКЙӘНГӘ БАРЫУ“БАХМУР”, йәки БИКЙӘНГӘ БАРЫУ
“БАХМУР”, йәки БИКЙӘНГӘ БАРЫУ

Берендә Бикйәнгә барҙым. Буранбай бажаларға. Барғансы баҫып барҙым. Бынау Байбулдин билет бирмәй, бер быуа бауылдаштыҡ. Байғужанан Байрас балаһы бирле Барый, бутылкаһын болғап, башын бәргәнгә бурылдап, беҙҙең бикйәндәргә бәйләнеп бер булды.

Барыуын барҙым. Бикйәндә – буран. Бажаларға барһам, балдыҙым, билен биштән быуып, бишбармаҡ бешереп, билмәнен боҫоратып, бауырһағын баллап бер була. Буранбай бажа бауылдай ҙа башланы: “Бәй, буран булһа ла бажа бирешмәй, байрамды белгән. Беҙҙең Бикйән балаһы бит Баязит бажа!”

“Байрам?” – баҙаным бит бажаның был белдереүенән.

“Бөгөн бабайҙар байрамы!” – бажаның бәләкәсе, Бибигөлө, бипылдай.

Бибинур балдыҙҙың билмәнен бөгә, бер бутылканы бушата башлағайныҡ, болдорҙан, бауылдап, Баһау бабай бүлдерҙе. Балдыҙ бабайға бурылдай ҙа башланы: “Барыһын байҡап, белеп бараһың!” Быныһы бирешмәй: “Бауылдама, балдыҙ, бажаға бурысым булғанға боролдом бынау буранда... Бәй, байҡамайым да, Баязит браток бында ла баһа! Берҙән – браток, берҙән – бажа бит”.

“Биш былтырғы бурысыңды Баязиттың бындалығын белгәс бирергә булдыңмы?!” – балдыҙ ҙа бирешмәй.

“Бөттө, балдыҙ, бөттө. Бажа, бына бурысым – “Беломор”. Балдыҙ. бурылдамайса, бир бурысҡа бер бутылка. Беләһең, барыбер бирәм бирәсәгемде”.

“Бауылдама ла, бирмәйем дә!” – Балдыҙ бабайға боролдо.

“Бибинур, бәрхәт бишмәтемде бирәм. Бир бер бутылка”.

“Бишмәтеңде бөкөрө Бәҙәргә бир, бәлки, берәй банка бал бирер”.

“Беләм Бәҙәрҙең балын – быуынға бирә, башҡа бәрә. Бир, балдыҙ, бер бутылкаңды. Беләм бит – бар”.

“Бир-бир, бар-бар. Башымды бутаның бит. Бына байрамға бер “Боросло”м бар, бергәләп бында бушатырһығыҙ. Буранбай, бар, башмаҡтарҙы бағығыҙ башта. Бабай барыбер бында, Бибиямалын да былай бор. Бишбармағым беште, Бәҙернисаға бармаһын”, – балдыҙым бойора башланы.

Бажаның башмаҡтарына боламыҡ болғап биреп, бейәһенә, бәрәстәренә бесән быраҡтырҙыҡ та берәрҙән “Беломор” борҡота башланыҡ.

“Баязит бажа, бик бай булмаһаҡ та бураға бәйләндем быйыл. Балалар ҙа бишәү бит. Бурам, бүлә башлаһаң, бәләкәй бәләкәйлеккә. Булһын. Быйылға бесәнем, бер бура бойҙайым бар. Балаларҙың бәхетенә, “Билдәш”ебеҙ быҙаулап бирҙе. Бибинур балдыҙың балалар баҡсаһында бешеренә...”

Болдорҙан бажаның баш балаһы Бүләкбай бауылданы: “Баһау бабай байрамды башлай бит!” Беҙ, бапиростарыбыҙҙы быраҡтырып, бажаның бураһы буйынан болдорға боролдоҡ.

Байрамды башланыҡ. Балдыҙ бөтәбеҙгә бер бутылка бренди бирҙе: “Бөттө. Бахмурларлыҡ булмаһын”. Баһау бабайҙың Бибиямалы балаларға “Баунти” бүлеп бирҙе.

Бер бокал бренди башҡа бәрҙе, быуындар бушаны. Беҙ – беҙҙеңсә, бисәләр – бисәләрсә бауылдашабыҙ. Баһау бабай бытырлапмы бытырлай: “Буран булһа ла баҙарға барғайным, Баязит. Бибиямалым бейәләйҙәр бәйләгәйне. Баҙарҙы буйланым-буйланым да белешем Боряға боролдом. Барһам, Борям бахмурҙан: “Багаука, браток, башка балит, бахмур бальшой. Бисякайка белмәһен, бер бутылка бренди бар”, – бышылдай был.

Борос болғап, бер бокал бренди биргәйнем, Борькам боһорай ҙа башланы. Бабайың да башлы бит: белештең бисәһенә бейәләй, балан, бал биргән булып, бауылдаһа ла, бер бутылкаһын бушатып, Боряны башҡортса “Байыҡ”ҡа бейетеп, баҙарға бик батырланып барҙым. Бауылдаҡ булһа ла, белештең бисәһе лә баяуай: Бибиямалға – быйма, бынауы буяулы бүректе бирҙе. “Бөрлөгәнем”де бығырҙай-бығырҙай, болғаңлай-болғаңлай, баҙар буйлайым. Баҙар бай. Бара биргәйнем, бер бик балуан, бай бисәне байҡаным. Белмәмеш булған булып, бының биленә, бөйөрөнә бәрелгән булам. Был да байҡаны. Бышылдап белешә был: “Бабайка, бартер буламы?” – “Була”. Бартерын белмәгәс ни, быны беҙҙеңсә, бикйәндәрсә, бартерларға булдым. Баҡһаң, бының бартеры бүтәнсә булған: быларҙан – болгарский борос, беҙҙән – бейәләй, беҙҙән – бейәләй, быларҙан – “Беломор”, беҙҙән – бейәләй, быларҙан – бренди, беҙҙән – бренди... беҙҙән – бейәләй... Башым була башлағайны (бейәләйҙәр ҙә бөттө) баҙарҙан бегом белештәргә. Боряларға боролғайным, Барыйға барып бәрелдем. Баҙарға “Беларус”ында барған. Бергәләп Бараҡалға барып, балдыҙында бер банка бал бушатып, Бараҡалдан башта Байғужаға боролоп, Барыйҙың баҙар байлыҡтарын бушатып, быяғына, Бикйән башынаса, бата-бата бер булдыҡ”, – Баһау бабай бытылдап бөттө.

Буранбай бажаның быҙауҙай баянын бызҡылдатып, “Беләҙегем”де бейеп, байрамды байтаҡлағанбыҙ. Бренди бөткәс, балдыҙҙың Баһау бабайға бирмәгән “Батыр”ын да бушатҡанбыҙ. Башҡаһын белмәйем – боламыҡ булғанмын. Балдыҙға бәйләнеп бөтмәһәм булған.

Бына бөгөн бахмурҙан бәлйерәп, баш бәлкелдәп бара. Биғәйбә, бәлки берәйегеҙҙә барҙыр бутылка. Бөрһөгөнгәсә бурысҡа.

Баязиттың бахмурҙан бытырҙағандарын блокнотҡа беркетеп барҙы: Байһылыу БАЙБАҠТИНА.

Автор:
Читайте нас